Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды

 Республика башлығы ҡарары менән быйыл ауыл ерендә эшләгән йөҙ йәш педагог 600 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залына был юлы йәш уҡытыусылар ашыға. Улар араһында Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауыл мәктәбендә информатика фәнен алып барған Дилара Сәмиғуллина ла бар. Тыуған мәктәбенә 2013 йылда уҡытыусы дәрәжәһендә ҡайтып ең һыҙғанып эшкә тотонған педагог балалар өсөн иң ҡыҙыҡлы дәресте мауыҡтырғыс ойоштороу ысулын махсус проект нигеҙенә һалған. Халҡы 15 меңдән күберәк булмаған ауыл мәктәбендә ике йылдан да кәм эшләмәгән 35 һәм унан йәшерәк 200 уҡытыусы урта белем биреүҙә иң ҡыҙыҡлы проект төҙөп 600 һумлыҡ грантҡа дәғүә итте. Еңеү өсөн талаптар бик юғары ине, ти Башҡортостандың мәғариф министры  Айбулат Хажин. Грантҡа лайыҡ тип танылған эш авторҙарының иң яҡшы егермеһе сертификаттарҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алыу һөйөнөсөнә өлгәште. Республика белем биреү өлкәһендә эшләгән педагогтар алдынғы алымдар, заманса ҡорамалдар файҙалана, ғилми эҙләнеүҙәр алып бара. Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәт иткән уҡытыусыларҙың 30-на дәүләт наградалары ташырылды. Инсур Үтәбаев Бөрйән районы Абдулмәмбәт мәктәбендә 18 йыл уҡытыусы булып эшләй, шуның 17-һен директор вазифаһында. Ауыл балалары өсөн ҡаланыҡынан кәм түгел шарттар булдырабыҙ, тип ғорурлана. Ауылда мәғариф өлкәһендә эшләгәндәргә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы саралары милли проекттарҙы уңышлы бойомға ашырыу йәһәтенән уҡытыусының хеҙмәт мөмкинлектәрен киңәйтеү, һөнәри яҡтан камиллашыуына булышлыҡ итеү һәм тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатында күрһәтелә. Ауыл уҡытыусыһы булараҡ ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим иткән уҡытыусыларҙың ҡалған һикһәненә 600 һумлыҡ сертификаттарҙы үҙҙәре йәшәгән муниципалитеттарҙа яңы йылға тиклем тапшырыу көтөлә. Дәүләт ярҙапмының был төрө киләһе йылда ла дауам итәсәк. Гранттар һанының артыуы ла ихтимал.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала

“Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән сериалды Рәсәй” телеканалында дүшәмбе күрһәтә башлайҙар. Төп ролдәрҙең береһе - Зөләйхәне Сулпан Хаматова башҡара. Ул был әҫәрҙе “әҙәбиәттәге ҙур ваҡиға” тип атаған. Көтөп алынған фильмдың тәүге серияһы 13 апрелдә Рәсәй 1 каналында киске сәғәт туғыҙҙа эфирға...

9 апреля 2020
Смотреть видео Айыу балалары өңөнән сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәүсе айыуҙарың һаны артыуы тураһында хәбәрҙәрҙең башҡа сығарылышында хәбәр иткәйнек. Ниһәйәт, тайыштабандар бәләкәстәрен өңдәренән алып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға ла күрһәттеләр. Бүлмәгә алып инеү айыу балалары йүгерешә башланы. Ят...

9 апреля 2020
Смотреть видео Яҙғы ташҡын | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы ташҡын

Яҙғы ташҡында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған райондарҙа ерҙе ҡалҡытыу эштәре бара.  Козарес һәм Альбатрос баҡсасылар ширҡәттәре араһындағы юлды ла ҡотҡарыусылар күҙәтеү аҫтына алған. Ағиҙел ҡултығында һыу кимәле артыу сәбәпле ҡар һыуҙары ағып сыҡҡан. Синоптиктар йылғаның 8 метрға тиклем...

9 апреля 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр

За кадром. Был, тәү сиратта, күп балалы, ауыр хәлгә эләккән ғаиләләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Ишембайҙа бындай ярҙамды ике меңгә яҡын уҡыусы аласаҡ. Кәрзиндә биш көнгә етәрлек аҙыҡ-түлек – ҡарабойҙай, макарондар, көнбағыш майы, һут, сәй, ҡуйыртылған һөт һәм печенье....

9 апреля 2020
Смотреть видео Ирекмәндәргә автомобилдәр | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәргә автомобилдәр

Өфөлә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы ирекмәндәргә автомобилдәр биргәндәр. Ҡалалала изоляция режимы иғлан ителгәс, 336 егет-ҡыҙҙар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә башлаған. Уларға көн һайын Өфөнөң төрлө райондары буйлап йөрөргә һәм кәрәкле...

9 апреля 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда зарарланыусылар һаны 16. Уларҙың бишәүһе тулыһынса һауыҡҡан. Тағы ла 106 кеше ковид-19 вирусына шик менән дауаханала ята. Әйткәндәй, Өфө дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү апараттары ҡайтарылған. 17 ҡоролманың бишәүһе Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһына йүнәлтелгән...

9 апреля 2020
Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Яндекс.Метрика