Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы?

Өфө халҡы йорт ихаталарындағы яңы йыл фигуралары менән ҡәнәғәт түгел. Боҙһындар емерелә башлаған, буяуҙары ағып төшкән, ә майҙанда торған шыршы бөтөнләй ҡыйыш урынлаштырылған. Ни өсөн яңы йыл персонаждары тиҙ арала үҙ йөҙөн юғалтҡан? Был видеоны Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙең береһе төшөрөп алған. Әлбиттә, яҙма интернет селтәренә эләгә һәм тиҙ арала тарала. Бер-нисә минут эсендә йөҙәрләгән кеше ҡурҡыныс боҙһындарға ҡарата үҙ фекерҙәре менән бүлешеп өлгөрә. Видеоны ҡараусы кешеләрҙең фекерҙәре төрлө. Берәүҙәр яңы йыл персонаждарының йәмһеҙ булыуын һауа торошона бәйләһә, икенселәре иһә быны ғәҙәти күренешкә тиңләй.

Был ихатала йәшәүселәргә буяуы ағып бөткән персонаждарҙы көн дә күрергә тура килә. Эте менән саф һауа йөрөргә сыҡҡан Нәфисә Хәлилова, мәҫәлән, матур ҡиәфәтен юғалтҡан фигуралар Яңы йыл кәйефен, киреһенсә, боҙа, ти. Ихатала Яңы йылдың ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм йылдың төп хужаһы сысҡанды урындағы төрлө идарасы компания хеҙмәткәрҙәре эшләй. Әммә башҡаланың һәр бер ихатаһында тиерлек ҡурҡыныс боҙһындарҙы осратырға мөмкин. Сираттағы майҙансыҡта йәнһүрәт персонаждары үҙ урынын алған. Уларҙы буяп ҡына түгел, ә төрлө биҙәүестәр менән дә биҙәгәндәр. Мәҫәлән, шул уҡ сәскә, күҙлек. Ә бына был фигураны әлегә аңлайышһаҙ тип әйтергә мөмкин. Сөнки уның күҙҙәре, танау-ирене бөтөнләй юҡ, ә ҡул һәм сәс урынына ошондай ағас ботаҡтары ҡуйылған. Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙе ихаталағы персонаждар ғына түгел, ә майҙанда ҡуйылған шыршы ла борсой.

Бында бигерәк тә балалар менән уйнауы ҡурҡыныс, ти халыҡ. Йәнәһе лә ҡупшыҡай ҡыйыш тора, ул уйламаған ерҙән кеше өҫтөнә ҡолауы ихтимал. Бәлки шыршының бер яғы ҡуйыраҡ үҫкәндер, тип аҡлаусылар ҙа юҡ түгел. Ғөмүмән, боҙҡаласыҡтарҙың биҙәлеше буйынса ҡәнәғәтһеҙлеген белдереүселәр йыл һайын  арта. Мәҫәлән, был видеоны былтыр төшөргәндәр. Ул да интернет селтәренә эләгеп, ҡыҙыу ғына бәхәс тыуҙырған ине. Яман ҡарашлы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм хатта аңлашылмаған фигуралар…Боҙһындарҙың  йыл да емерелеү сәбәптәре билдәле, ти торлаҡ хужалығы менән идара итеүселәр. Һауа торошо йылы булғанға күрә, ҡарҙағы буяуҙар ағып төшә, өҫтәүенә уны емереүселәр ҙә табылып тора. Яҡын арала емерелгән фигуралар яңынан эшләнәсәк. Йорт ихаталары ҡабаттан матур боҙһындар менән биҙәлһә, кәйеф тә күтәрелер, тигән ышаныста ҡала халҡы.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика