Башҡорт теле көнө!

Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү тирәләй берләшеү өлгөһөн күрһәтте был көндәрҙә Башҡортостан. Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь   “Башҡор теле көнө” тип иғлан ителде. Яҡташтарыбыҙ ғына түгел ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә уртаҡ миссия тирәләй берләштерҙе ул.

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Уның мираҫы, ижади эшмәкәрлеге һәм тормош юлы башҡорт теле дрестәрендә өйрәнелә. Дата уңайынан ойошторолған тәүге асыҡ дәрестә теләгән һәр кем онлайн ҡатнаша алды.

Дәрестә уҡытыусылар менән күҙмә-күҙ ултырырға теләгәндәр  иһә Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге майҙанда йыйылды. Яңы байрам иртәһен ошондай асыҡ дәрестән башлауҙы  йыл да ҡабатланыр матур йолаға әйләндереү ниәте бар.

Белемлелекте арыҫландан көслө батыр, тип баһалаған бөйөк Аҡмулланың иҫтәләгенә хөрмәт күрһәтеп уның һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң Республика хөкүмәте, Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары, йәмәғәтселек вәкилдәре лә асыҡ дәрескә ҡушылды. 

Дәрестә телдең бар нескәлектәрен белгән әҙиптәр ҙә, башҡортса бер генә һүҙ  белергә теләгәндәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Башҡорт теле көнөн рәсми билдәләүҙе улар көтөп алынған һәм ваҡытлы ваҡиға тип таный.

Ошо уҡ ваҡытта Өфөләге “Торатау” Конгрес-Холында район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре Берҙәм башҡорт теле дәресендә ҡатнашты. Башҡорт теле көнөн рәсми теркәү тәҡдимен быйыл йәй, бишенсе йыйынында әйтеп ишеттергән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Республика башлығы был тәҡдимгә лә риза. Радий Хәбировтың муниципаль район һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән  осрашыуы йылы һәм ихлас аралашыу майҙанына әйләнде.

Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш, тип белдерҙе.

Төбәктәрҙә бойомға ашырылған ыңғай тәжрибәне республика күләмендә ҡулланыу, идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән индерелгән өс йөҙҙән ашыу тәҡдимден бер–ике тиҫтәһе генә түңәрәк өҫтәл артындағы уртаҡ кәңәшкә сығарылды.

Республикала полилингваль гимназиялар менән бер рәттән фәнни фекер нығытҡан белем йорттарын булдырыу, Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышында “Без башҡортлар” этномәҙәни үҙәген асыу, “Айыҡ ауыл” конкурсын республика күләменә сығарыу, ауылдарға мәҙәниәт белгестәрен йәлеп итеү, ауыл тренеры программаһын бойомға ашырыу – быларҙың барыһы ла Республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтендә әйтелгән үҫеш һәм берҙәмлек идеяларын хуплай.

Бөгөн республикала башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бөтә Рәсәй медиахолдингы ла туған телдәргә айырым иғтибар бирә. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы эфирында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә махсус проект бойомға ашырылды.

Туған телдең яҙмышын быуындар күсәгилешлеге менән халыҡтар берлеге хәл итә. Был йәһәттән тел белгестәре йәш быуынға   өмөт бағлай. Йәштәр иһә республикала ойошторолған яңы байрам уңайынан күмәк ял итеү майҙансыҡтарында “Башҡорт телен яратам” тигән күңелле программала ҡатнашып туған телгә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тойғоһон дәлилләне.

 

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика