Кремль шыршыһына йыйына алдынғылар

Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көткәндә ҡайһы берәүҙәр өсөн декабрь айы икеләтә  тулҡынландырғыс. Илдең төп шыршы байрамына йыйыныусылар тураһында һүҙебеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң алдынғы үҫмерҙәр һәм балалар Кремль һарайына йыйыла. Был уңайҙан быйыл  Мәскәүгә Башҡортостандан 100-ләгән баланы оҙатасаҡтар.

Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан барасаҡ  114 уҡыусы араһында Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика  һынлы сәнғәт гимназияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлшат  Сөнәғәтуллина ла бар.

Гимназия республиканан иң-иңдәрҙе үҙенә йыйған. Унда әле  300-ҙән ашыу  ҡыҙ һәм малай белем ала. Гимназистар иңендә икеләтә яуаплылыҡ: өлгәшеү өсөн һүрәттәрҙе оҫта төшөрөү генә етмәй, баҡтиһәң, уҡыуҙа ла һынатмау мөһим. Ә Кремль шыршыһына эләгеү өсөн хыял да булырға тейеш.

Өфөнөң 37-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Карина Недбальская ла һәләтле балалар рәтендә. Шулай ҙа Президент шыршыһына ул спорт  ҡаҙаныштары өсөн саҡырылған.

Спорттағы тәүге еңеүҙәрен Карина йөҙөүҙә яулай. Бүлмәһендәге кәштәне биҙәгән бихисап кубок, миҙалдар  уның тырышлығы һөҙөмтәһе.

Байрамға күлдәк һайлау айырым бер мажараға тиң. Әсә менән ҡыҙ уның өсөн ике көн сауҙа үҙәктәренең буйын буйлап, иңен иңләгән.

Әлеге ваҡытта төбәктең 114 үҫмере Гөлшат менән Карина кеүек үк оло тулҡынланыу  һәм ҡыуаныс кисерә.

Волга буйы федераль округынан иң ҙур делегация быйыл Башҡортостандан бара. Исемлектә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, бәйге  еңеүселәре һәм герой-балалар саҡырылған. Ниндәй генә социаль статуста булмаһын, шулай ҙа уларҙы һайлап алыуҙың төп шарты – өлгөлө уҡыу, тәртип һәм  һәләт.

 

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

3 часа 48 минут назад
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

3 часа 48 минут назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

3 часа 49 минут назад
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

3 часа 50 минут назад
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

3 часа 51 минута назад
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика