Башҡорт ихаталары, медицина комплексын яңыртыу һәм яңы йылға әҙерлек

Республика хөкүмәтендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы дүшәмбе ултырышында ошо мәсьәләләр ҡаралды.  Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Бер-нисә район был проектты тейешле бойомға ашырғанда  ауырлыҡҡа осраған. Шуға ла вице-премьер Борис Беляев  “Башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр интерергә тәҡдим итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, программаны үтәй алмаған райондарға ҡарата саралар күреләсәк. Муниципаль берәмектәр проектты финанслауҙы үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал. Республика уларға аҡса бүлмәйәсәк. Тағы шуныһы, был йәһәттән әле  Башҡортостан хаталар өҫтөндә эшләй тип әйтергә мөмкин. Киләһе йылдан иһә программаға иғтибар бермә-бер артасаҡ. Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы менән бергә йәнә лә бер социаль мәсьәлә хәл ителә. У

л төбәктең медицина инфраструктураһына бәйле. Ҡала һәм райондарҙағы дауаханаларҙы яңыртыу, фелдшер–акушерлыҡ  пункттары төҙөү. Мәҫәлән, 2020-се йылда райондарҙа 70  фельдшер–акушерлыҡ үҙәге төҙөкләндерелә. Улар иҫәбенә тағы ла 13  медпункт өҫтәлергә тейеш. Һуңғыларын әле төҙөү бара. Кардиоүҙәк менән онкология дауаханаһының яңы корпустары, Учалы менән Салауат, Октябрьскийҙағы сәләмәтлек үҙәктәре заманса обьекттар булырға тейеш.  Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, 2020-се йылда Башҡортостанда яңы дауаханалар һаны йәнә лә артасаҡ. Тик медицина обьекттарын төҙөү менән бергә йәнә лә бер мәсьәләне оноторға ярамай. Ул дауалау үҙәктәрен белгестәр менән тәьмин итеү. Радий Хәбиров ошоға айырым иғтибар итергә ҡушты. Әйткәндәй, Яҡын арала Туймазыла яңы клиника тәүге һынау уҙасаҡ. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы һәм уны финаслау хәҙер федераль кимәлдә ҡарала. Был мәсьәлә Республика башлығының Рәсәй Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Антон Силуанов менән осрашыуы барышында ла күтәрелгәйне.  Республика уҙып барған йылды оҙатып, яңыһын ҡаршы алырға әҙерләнә.

Байрам осоронда граждандарҙың именлеген тәьмин итеү  көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ.  Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22  кеше утта янып һәләк булғайны. Ә бына яңы йыл төнөндә республикалағы боҙ майҙансыҡтарына кәм тигәндә 250 мең кешенең килеүе көтөлә. Халыҡ именлеген полицияның 3  мең хеҙмәткәре һаҡлаясаҡ. 31—се декабрҙән 1-се ғинуар төнөндә Башҡортостан юлдарында 600 инспектор эшләйәсәк.

Республика хөкүмәтендә лә оператив төркөм эшләйәсәк.  Бөтә мәғлүмәт туранан –тура Радий Хәбировҡа еткереләсәк. Республикала быйылдан яңы инвестицион форум эшләй башлай. “Башҡортостан саҡыра” эшлекле осрашыуына билдәле бизнесмендар саҡырылған. Уҙған дүшәмбе республикаға тағы ла бер еңеү алып килде. Тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡортостан  кибеттәрендә составында ағыулы матдәләр булған һағыҙар һәм кәнфиттәр тулыһынса һатыуҙан алынды. Балаларҙы ағыулаған был препараттарға хәҙер закон нигеҙендә көрәшергә кәрәк. Республикала йыл башынан  йәнә бер закон ҡабул ителгәйне. Ул транспорт сараларын газондарҙа ҡалдырыусыларға ҡаршы көрәш. Апрелдән алып ҡануниәтте боҙоусоларға 30  миллион һум штраф һалынған. Штрафтар һаны буйынса беренсе урында Өфө килә.

Шулай ҙа, административ комиссияларҙың эш һөҙөмтәһе лә юҡ түгел. Граждандар хәҙер автомобилдәрен тейешле урындарҙа ғына ҡалдырырға тырыша.  Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, маҡсат кешеләргә ҡарата репрессив саралар ҡулланыу түгел. Маҡсат муниципалитеттар эшен камиллаштырыу. Урындағы хакимиәттәр туҡталҡалар һанын арттырыға тейеш. Был айырыуса Өфө өсөн мөһим. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан хөкүмәтендә  йәнә ике тапҡыр видеокәңәшмә уҙасаҡ. Был ултырыштарҙа ла республика тормошона ҡағылышлы иң әһәмиәтле мәсәләләр ҡаралырға тейеш.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика