Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты 85 йыллығын билдәләне

”Торатау” конгресс холының төп залы юбилей тантанаһына килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да һыйҙыра алманы, уларҙың бер өлөшө күрше аудиторияла монитор аша сәхнәлә барған тамашаны күҙәтте. Институт педагогтары тамашасыларға үҙҙәре лә бүләктәр әҙерләгәйне. Үҙенең хеҙмәт юлын Ирек Аҡманов 1957 йылда башҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында башлай. Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес лаборант булып эшкә урынлаша. Һуңынан педагог кандидат, Мәскәүҙә докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, кафедра мөдире, декан вазифаһын башҡара. Ирек Аҡманов Башҡортостанда тарихи белем һәм тарихи фән булдырыуҙа ҙур өлөш индерә. Тарих факультеты 1934 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты нигеҙендә ойошторолған, һуңынан ул Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.

85 йыл эсендә 15 меңдән ашыу студент уҡытып сығара. Тарих фәндәре кандидаты Евгений Круглов 30 йылдан ашыу  Боронғо Донъя һәм Рәсәй мәҙәниәте тарихын уҡыта. Студенттар уны университеттың иң яҡшы ораторы, тип билдәләй. Ә уҡыусылар араһында уңышҡа өлгәшеү ул үҙ предметыңды яратып башҡарыуҙан киләлер, тигән фекерҙә профессор. 85 йыл эсендә әллә күпме быуын белгестәр алмашына, тарих факультеты төрлө дәүерҙе кисерә. 2017 йылда тарих факультеты йәнә үҙгәртеп ҡорола, ул хәҙер тарих һәм дәүләт идаралығы институты, тип атала. Әлеге көндә бында 2 меңгә ашыу студент белем ала. Республиканың боронғо гуманитар факультеттарының береһенең юбилей кисәһендә меңдән ашыу сығарылыш студенттары йыйылған.Төрлө йылдарҙа тарих факультетын тамамлаған студенттар өсөн был осрашыу – йыйылып аралашыу, танышыу усағы булды.

Күптәре үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған. Тарих факультетының ҡарлуғастары фән һәм мәғариф системаһында, сәйәсәт һәм йәмәғәт тормошонда уңыштарға өлгәшкән шәхестәр. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла Торатау конгресс-холының төп залына һыйманы, шуға күрә күрше аудиторияла сәхнәнән тура трансляция башҡарылды. Тарих факультеты педагогтарына “Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл” иҫтәлекле юбилей миҙалдары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә иң тулҡынландырғыс һәм көтөлмәгән бүләк – тарих институтының уҡытыусыларының үҙҙәренән булды – улар тамашасыларға музыкаль бүләк әҙерләгән. Тарих һәм дәүләт идаралығы институты алдында яңы шарттар, ул хәҙерге көндә тарихсыларҙан тыш, дәүләт структураларына һәм муниципаль органдарына кадрҙар әҙерләй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика