Башҡортостан – Рәсәйҙә иң яҡшы спорт төбәге тип танылды

 Спорт буйынса Милли премияның жюры ағзалары, Өфө — ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргән тәүге һәм берҙән-бер ҡала, өҫтәүенә, республикала йыл һайын төрлө ярыштар, спартакаидалар үткәрелеп тора, тине. Ошондай мөһим сараларҙың береһе Өфөлә “Динамо” стадионында үтте. Үҫмерҙәр һәм ирҙәр ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан кубогы өсөн ярышты. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошивиндың иҫтәлегенә арналды. Иң мөһиме – бирешмәҫкә. Алыш майҙанында ике спортсы осрашҡанда уйҙарында бары еңеү генә. 

Әлеге мәлдә рингта Белорет һәм Өфө егеттәре ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан кубогы өсөн көс һынаша. Ҡыҙыл мөйөштә Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Шамил Сәғитов. ММА үҙәгендә ул биш ай тирәһе генә шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Бер күтәреүҙән ярышташын иҙәнгә йығып һалды. Судьялар ҡарары менән был бәйгелә тап ул еңеп сыҡты. Еңеүсе әйтеүенсә, уңыштың сере – тырышлыҡта. Бәйге алдынан Шамил күнекмәләргә көн һайын йөрөгән. Ҡатнаш алыш спорты буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш/төп тренеры Абакар Гусейнов ҡулы аҫтында шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәләрен биргән. Тренерҙан күп нәмә тора, был еңеүҙә уның өлөшө ҙур, ти егет. Шамил кеүек ҡатнаш алыш спортына мөккибән киткәндәр Башҡортостан кубогына ярышта ҡатнашты. Республиканың төрлө район-ҡалаларының  26 клубынан 150-нән ашыу спортсы йыйылған. Улар йәш категориялары һәм аурылыҡ үлсәмдәре буйынса бүленеп ярышты.15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр татами тип аталған матта һынаша, ә өлкәнерәк спортсылар иһә рингка менеп көс һынаша. 

Был ҡатнаш алыш бәйгеһенең ҡағиҙәләре һәм спортсыларҙың хәүефһеҙлегенән сығып эшләнә. Сөнки бәләкәйерәк бәйгеселәрҙең бейек алыш майҙанынан ҡолап төшөүҙәре ихтимал.Өс раунд, улар араһында бер минут ял бирелә. Ул ваҡыт эсендә спортсы һыу эсеп, тын алышын яйға һалып, тренерҙарҙың кәңәшен тыңларға ла өлгөрә. Берәүҙәр ярышҡансы, икенселәр әҙерләнә тора, алыш алымдарын шымарта. Башҡортостан кубогына, Башҡортостан башлығы алдында сығыш яһау икеләтә яуаплы, ти спортсылар. Радий Хәбиров уларҙың һәр ҡайһыһына үҙенең теләктәрен еткерҙе.Быйыл бәйге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошевиндың иҫтәлегенә арналды. Вениамин Георгиевич сығышы менән Көйөргәҙе районынан, әммә уға тыуған төйәгенән йыраҡта хеҙмәт итергә тура килгән. Шулай ҙа, Башҡортостанды ул һәр ваҡыт һағынып иҫкә ала ине ти, сараға саҡырылған почетлы ҡунаҡтарҙың береһе, геройҙың улы Юрий Вениаминович.Әйткәндәй, ойоштороусылар йыл һайын һәр турнирҙарҙы айырым бер шәхестең иҫтәлегенә бағышларға тырыша.

Башҡортостандың ММА Федерацияһы президенты билдәләүенсә, спортсылар йылдан-йыл үҫә, оҫтара. Шуға бәйгеләр ҙә көсөргәнешле бара. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ҡатнашыусылар үҙ клубы стеналарында ярыша тиһәк, тә була. Сөнкии ҡатнаш алыш төрөнөң спортсыларҙы әҙерләү буйынса үҙенсәлекле үҙәк Динамо стадионында урынлашҡан.Ысынлап та, бындай сараларҙың йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон уятыу, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур. Сөнки шәхси беренселек һәм клуб зачеттары өсөн рингҡа сыҡҡан көрәшселәр күп йыллыҡ күнекмәләр һәм тырышлыҡтары аша ғына еңеү яулай. 

Кубоктарҙын тыш, еңеүселәргә сараны ойошторорға ярҙам итеүсе Дәүләт именлеге органдары ветерандары фонды һәм бағыусылар махсус приздар ҙа әҙерләгән. Был турнирҙа беҙҙең телерадикомпания ла мәғлүмәти яҡтан партнер булараҡ сығыш яһаны. Ярышты Башҡортостан – 24 телеканалы тамашасылары тура эфирҙа күҙәтте.Ҡатнаш алыш спортына беҙҙең төбәктә иғтибар ҙур. Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләгән тиҫтәләрсә клуб бар. Ғөмүмән алғанда, республика спорт сараларынан ҡайнап тора. Рәсәйҙең Спорт министры тарафынан “Илдең иң яҡшы спорт төбәге” тигән милли премияны алыу ҙа быға дәлил. Был еңеү меңәрләгән тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, спортсылар һәм спорт ветерандарының, барыбыҙҙың да дөйөм хеҙмәте, уртаҡ шатлығыбыҙ, тине Радий Хәбиров.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика