Башҡортостан саҡыра

Республика инвестициялар күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынға сығырға тейеш. Бының өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре байтаҡ. Был йәһәттән быйыл төбәктә байтаҡ эштәр атҡарылды. Әммә, артабан беҙ тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ. Ошо турала Башҡортостан саҡыра форумында республика етәкселеге белдерҙе. Хәбәрсе. Башҡортостан саҡыра форумының маҡсаты – йылға йомғаҡ яһап республикала эшләгән һәм беҙгә килергә йыйынған инвесторҙар менән уртаҡ бурыстарҙы билдәләү. Бында 500-гә ашыу ҡатнашыусы саҡырылды, уларҙың 300 эре компаниялар ине.

Республикала инвесторҙарға ҙур мөмкинлектәр булдырыла. Мәҫәлән, Рәсәй хөкүмәте менән төбәктә өс айырым иҡтисади зона асыу тураһында килешелде. Уларҙа инвестициялар йәлеп итеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыла. “Башҡортостан саҡыра” форумы самолет бортын хәтерләтә. Йәғни, билдәле эшҡыуарҙар республика менән танышыу өсөн бортҡа ултырҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уларҙың унауһы менән шәхсән осрашты. Һәр бер залда айырым темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Форумдың үҙенсәлеге шунда — инвесторҙар аныҡ тәҡдимдәр менән килде һәм ошонда уҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең береһенә ярашлы, Салауат катализатор заводы нигеҙендә яңы ҡоролма төҙөләсәк. Ул силикагель онтағын етештереү менән шөғөлләнәсәк.

Проекттың ҡеүәте – йылына 2 мең тонна сығарыу. Тағы мөһим контракттарҙың береһе-углерод газын эшкәртеү буйынса ҡоролма төҙөү. Проект быға тиклем инвестиция сәғәтендә ҡаралғайны. Әле инвесторға аукционһыҙ ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителә. Форумда республика һәм Рәсәй төбәктәре ведомстволары араһында ла хеҙмәттәшлек тураһында килешелде. Башҡортостандың ауыл хужалығы инвестициялар йәлеп итеү буйынса рекордттар ҡуя. Ике йыл элек республиканың көнъяғына ҙур инвестор инеп, ике малсылыҡ комплексын төҙөкләндерҙе һәм тиңе булмаған яһалма һуғарыу системаһын төҙөттө. Артабан да улар Башҡортостандың төнъяғына сығып, ҙур проекттар өҫтөндә эшләргә йыйына. Уларҙың тәҡдимдәре республика етәкселегендә яҡлау тапты.

Форумда Бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы, индустриаль паркттар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары тигән йүнәлештәр билдәләнде. Уларҙа Республика эшҡыуарҙары ла ҡатнашып, үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлеште, коллегаларының тәжрибәһен өйрәнде.Башҡортостан хөкүмәте инвесторҙар йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып бара. Ыңғай һөҙөмтәләр бар. Быйыл республика иҡтисадына инвестициялар 15 процентҡа етте. Быға тиклем ундай күрһәткестәр теркәлмәне. Шуныһы ла мөһим – Башҡортостан беренсе тапҡыр Форбс журналына ингән алдынғы эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте. Исемлектә иң алдынғы бизнес вәкилдәре бар. Улар ҙа хәҙер республика тураһында хәбәрҙар һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.Беренсе инвестиция форумына Владимир Познер саҡырылды.

Билдәле алып барыусы сараның пленар өлөшөндә модератор булды. Унда төбәктең һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Шуға күрә, форумдың төп өлөшө “Башҡортостан – инвестициялар өсөн уңайлы төбәк” девизы менән үтте.  “Башҡортостан саҡыра” форумы юғары кимәлдә үтте тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Быны республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдән килгән инвесторҙар ҙа билдәләй. Башҡортостан саҡыра форумы республикаға инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, Рәсәйҙең һәм сит ил партнерҙары менән эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Сара йыл һайын уҙғарылып, йолаға әйләнеп китәсәк, тип көтөлә.

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика