“Ҡоро закон” раҫланды

 Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Сикләүҙең ыңғай һәм кире яҡтары бәхәс кимәленә барып етмәне. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип боҙоуын иҫкәртәбеҙ. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов медицина экспертттары һәм статистика мәғлүмәттәрен килтерә. Беренсе ғинуарҙан өсөнә тиклемге арауыҡта республикала алкоголь менән ағыуланып үлем осраҡтары йышая. Иҫерек водителдәр арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре һаны арта. Яңы закон эскелекте кәметеп кенә ҡалмай, ә сәләмәт тормош рәүешен таратыу һәм күмәк ял ойоштороу эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.

“Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһе һау милләт маҡсатына сикләү аша өлгәшеп булмай, тигән фекерҙә. Улар араҡыны ҡойоп һатыусыларға ҡаралған ташламалар менән риза түгел. Депутаттарҙың күпселеге законды яҡлап тауыш бирҙе. Башҡортостанда 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу тыйыла, 4, 5, 6-нда иһә көндөҙгө икенән алып киләһе көн иртәнге сәғәт унға тиклем сикләнә. Йәғни, был өс көндә республика биләмәһендә алкоголде тәүлегенә дүрт сәғәт кенә һатырға мөмкин. Закон Республика башлығы ҡул ҡуйғандан һуң 10 көндән ғәмәлгә инә. Был тәртип яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы көндәрендә үк үтәлер, тип көтөлә. Константин Толкачев республика хоҡуҡ һаҡлау органдарына закон үтәлешен күҙәтеүгә алыуҙы һәм иҫерткес эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу осраҡтарын иҫкәртеүҙе үтенеп мөрәжәғәт итте. Ә муниципалитеттар етәкселеген байрам көндәрендә күңелле ял ойошторорға саҡырҙы. Муниципалитеттар иһә киләһе йылдан бюджет сығанаҡтарының артыуына иҫәп тота ала.

2020 йыл бюджетына индерелгән һуңғы үҙгәрештәр буйынса федераль үҙәк иҫәбенән алынған субвенциялар муниципалитеттар үҫеше һәм юл хужалығына ла йүнәлтеләсәк. Парламенттағы ике сәйәси фирҡә ағзалары ҡаршы тауыш биреүгә ҡарамаҫтан республиканың төп финанс документы тураһында закон проекты икенсе уҡыуҙа раҫланды. Төбәк бюджеты һәр ваҡыттағыса социаль йүнәлешле ҡала. Федераль бюджеттан ярҙам күләме киләһе йылда 10 миллиард 400 миллион һумға артып 53 миллиард ярымға етәсәк. Килем күләме 204,6, сығымдар – 226, 6 миллиард һум. Дефицит 22 миллиард. Киләһе йылда дефицит күләменең бер аҙ кәмеүе көтөлә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһын йомғаҡлау ултырышында 5 тиҫтә тирәһе документ тикшерелде.  Республика парламентының киләһе йылға эш планы һәм башҡа мөһим закон проекттары менән бер рәттән депутаттар Башҡортостанда ике яңы дәүләт наградаһы дәрәжәһен раҫланы. Шайморатов ордены менән ғүмеренә хәүеф янаған мәлдә кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа батырлыҡ күрһәткәндәр, ә Григорий Аксаков ордены менән дәүләт, йәмәғәт һәм мәрхәмәтлек эшмәкәрлегендә һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәткәндәр бүләкләнәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика