Өфөлә Шорт-трек үҙәге асылды

Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы янында тантаналы рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Был спорт төрө менән мауығыусылар хәҙер яңы, иркен, матур боҙ һарайында шөғөлләнә ала. Киләсәктә халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға бурыс ҡуйған йәш спортсылар. Үҙәктә тағы ниндәй уңайлыҡтар бар? Аҙнаһына алты көн, ә көнөнә өсөшәр сәғәт…Уҡыусыларҙың  буш ваҡыты юҡ тиерлек, мәктәп программаһынан һуң, улар шорт-трек менән шөғөлләнә. Йәш спортсыларҙың күбеһе элек Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан спорт мәктәбенә йөрөгән.

Ә хәҙер иһә уларға йыраҡ барырға кәрәкмәй. “Төҙөүсе” стадионы янында Шорт-трек үҙәгенең асылыуын күптәр көткән. Спорт обьекты республиканың 100 йыллығына федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә төҙөлгән. Үҙәкте тантаналы асырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары  Андрей Назаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡа ҡунаҡтар килде.Ҡотлау һүҙҙәренән һуң, мәктәп уҡыусылары боҙҙа бер нисә күнегеү күрһәтте. Тантана концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шорт-трек үҙәген төҙөү эштәре 2012 йылда уҡ башланып, бер нисә тапҡыр туҡтатылған. Үҙәкте тергеҙеү эштәре бер йыл элек башланған.Ике ҡатлы комплекс ике меңләп тамашасы һыйҙыра.   Әле шорт-трек менән бөтәһе 239 уҡыусы шөғөлләнә.

Үҙәктә төрлө йәштәгеләр шөғөлләнә. Иркен һәм таҙа кейенеү бүлмәләре, гардероб-барыһы ла балалар өсөн. Улар ябыҡ һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары, массажға йөрөй ала.Сәләмәт-тәндә, сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Мәктәп уҡыусылары  өсөн бында бөтә уңайлыҡтар бар. спорт менән шөғөлләнең өсөн тәғәйенләнеп эшләнелгән залда заманса, матур, яңы ҡоролмалар урынлаштырылған. Ошо форсаттан файҙаланып, хәҙер беҙ ҙә бер нисә минут булһа ла спорт менән шөғөлләнеп алайыҡ.Республикала балаларҙы спортҡа йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. Шорт-трек менән мауығыусылар һаны ла артҡандан-арта, тип билдәләй тренерҙар. Уларҙың күптәре киләсәктә Башҡортостандың данын яҡлаған спортсыларға тиңләшергә теләй. Өҫтәүенә, шорт-трек үҙәге алдағы йылдарҙа Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын да ҡабул итәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика