Өфөлә транспорт академияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл осоронда байрам итергә түгел,ә эшләргә саҡыра. Етәкселек халыҡ араһында булырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Раштыуа кникулдары осоронда барлыҡ – музей һәм театрҙар айырым график буйынса эшләйәсәк. Башҡортостан киләһе йылға маҡсаттарын билдәләй. Республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе – инвестициялар. Шуға ла, “Башҡортостан саҡыра” форумын һәм уның эшмәкәрлек даирәһен тағы ла киңәйтергә кәрәк. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Торлаҡ – коммуналь хужалығы, республиканың төрлө тармаҡтарындағы хәл. Уларҙың барыһы ла ентекле иғтибарға мохтаж. Сүп-сар реформаһы ла көнүҙәк. Маҡсат – халыҡтан аҡса йыйыу  түгел, көнкүреш ҡалдыҡтарын бер урынға туплау, эшкәртеүҙе яйға һалыу. Тағы ла шуныһы, Башҡортостан ҡулланылған газ менән ваҡытында иҫәпләшергә тейеш. Әгәр ҙә бурыстар бар икән, улар эҙһеҙ генә үтмәй. Радий Хәбиров ошо мәсьәләне көнүҙәк тип иҫәпләй.Башҡортостандың яңы йылға әҙерлеге лә хәҙер бер-нисә ултырыш рәттән ҡаралып килә. Республиканың туғыҙ ҡалаһында, мәҫәлән, тәүге тапҡыр пикселле шыршылар ҡуйылған. Борай, Салауат, Учалы, Күгәрсендәге боҙ майҙансыҡтары әле иң матурҙары. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле эштең тик яртыһы үтәлгән. Миҙалдың икенсе яғы – мәҙәниәт усаҡтары. Башҡортостан башлығы музейҙар, сәнғәт үҙәктәренең Раштыуа каникулдары осоронда эшенә айырым ҡарарға саҡыра. Кәңәшмәлә ҡаралған  төп мәсьәләләрҙең береһе – Башҡортостан юлдары. Тармаҡта үҙгәрештәр юҡ түгел. Уларҙың береһе – ҡулланыуға  тапшырылған күперҙәр. Быйыл ошондай өр-яңы 12 ҡоролма уңышлы һынау уҙған.

Тынысланырға иртәрәк, ти Радий Хабиров. Башҡортостан федераль программаларҙа ҡатнашырға, бюджеттың финанс мөмкинлектәрен тейешенсә ҡулланырға тейеш. “Тыуған урам”. Башҡортостанда уҙып барған йылда ошо исем аҫтында яңы проект бойомға ашырыла башланы. Республика, мәҫәлән, ауыл урамдарына таш түшәү өсөн киләһе йыл 540 миллион һум бүләсәк.Башҡортостанда хәҙер яңы уҡыу йорто асыу мөмкинлеге барлана. Республиканың инженерҙар, төҙөүсөләргә ҡытлыҡты иҫәпкә алып Өфө автотранспорт колледжын академия итеп үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала. Башҡортостан юлдарында халыҡ именлеген тәьмин итеү йәһәтенән, хәҙер  видеокамералар һаны ла арта. Йыл аҙағына тиклем улар һаны 345  буласаҡ. Камералар ҡуйыу – халыҡ мәнфәғәте. Радий Хәбиров иң  беренсе водителдәрҙә уйларға ҡуша. Маҡсат -  йыйылған штрафтар суммаһын арттырыу түгел.  Водителдәр ҡайҙа һәм ниндәй камера ҡуйылғанын белергә тейеш. Шуныһын да айырым әйтер кәрәк. Уҙып барған йыл Башҡортостандың транспорт системаһы һынылышлы осор булған.  Радий Фәрит улы, тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе ыңғай тип баһалай.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер мәсьәлә – төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙҙарын электрон вариантта биреү. Был йәһәттән етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, 8 район һәм ҡалалағы хәлдәр айырым тикшереләсәк. Республиканың төҙөлөш, юл транспорт тармағында ғына түгел, мәҙәни тормошонда ла етди үҙгәрештәр буласаҡ. Биш йыл эсендә Башҡортостанда 40 клуб асырға тейештәр. Бынан тыш, төбәккә 10  автоклуб та ҡайтарыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында килә. Уларҙың дөйөм һаны 4 мең ярым самаһы. Радий Хәбиров бөгөн тап ауыл ерендә эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам юлдарын билдәләргә ҡушты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы байрам тип хайран ҡалыуҙан баш тартырға саҡыра. Артистар саҡырып, корпоративтар үтеү ваҡыты бөгөн түгел.  Башҡортостандың уҙып барған йылдағы һөҙөмтәләре федераль кимәлдә лә билдәләнә. Республика мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Һәм ил кимәлендәге “Рәсәй лидерҙары” конкурсының волга буйы федераль округы өлөшө лә тап Башҡортостанда уҙасаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика