Башҡортостандан 114 бала Кремль шыршыһына юлланды

Башҡортостандан уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең бер төркөмө-114 бала Кремль шыршыһына юлланды. Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына барасаҡ  балалар араһында Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика  һынлы сәнғәт гимназияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлшат  Сөнәғәтуллина ла бар. Өфөнөң 37-се мәктәбе уҡыусыһы Карина Недбальская Президент шыршыһына спорт  ҡаҙаныштары өсөн саҡырылған. Спорттағы тәүге еңеүҙәрен Карина йөҙөүҙә яулай. Бүлмәһендәге кәштәне биҙәгән бихисап кубок, миҙалдар  уның тырышлығы һөҙөмтәһе.Байрамға күлдәк һайлау айырым бер мажараға тиң. Әсә менән ҡыҙ уның өсөн ике көн сауҙа үҙәктәренең буйын буйлап, иңен иңләгән.Волга буйы федераль округынан илдең иң төп шыршыһына иң ҙур делегация быйыл Башҡортостандана.

Исемлектә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, бәйге  еңеүселәре һәм герой-балалар саҡырылған. Ниндәй генә социаль статуста булмаһын, шулай ҙа уларҙы һайлап алыуҙың төп шарты – өлгөлө уҡыу, тәртип һәм  һәләт. Быйыл балалар өсөн Яңы йыл тантанаһы 25 декабргә билдәләнгән. Балаларҙы педиатр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡарап йөрөйәсәк.   8-13 йәшлек мәктәп уҡыусыларының күбеһе илдең баш ҡалаһы Мәскәүгә беренсегә бара.Байрам, ғәҙәттәгесә, Кремль һарайында ойошторола. Шыршы тантанаһына иһә ил субьектарынан биш меңдән ашыу бала киләсәк. Балаларҙы уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм оҫтаханалар, Яңы йыл тамашаһы һәм әлбиттә, Ҡыш бабай бүләге көтә. 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика