Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты

Интернет селтәрендә күптәрҙе борсоуға һалған эттең исеме Скай булып сыҡты. Тоғро дуҫ шундай була, тип һоҡланды бәғзе берәүҙәр. Маһмай хәрәкәт ҡыҙыу булған трассала тәгәрмәс аҫтында ҡалған дуҫын ташламай сәғәттәр дауамында һаҡлап йөрөгән.

Был видео Өфө янындағы М-5 трассаһында төшөрөлгән. Видео авторы билдәләүенсә, эт машиналар йөрөгән юлда тәгәрмәс аҫтынада ҡалып һәләк булған дүрт аяҡлы дуҫын ҡарауыллап ултыра. Хайуанды юл сатынан хәүефһеҙ урынға алып китергә теләйҙәр. Әммә эт урынынан ҡуҙғалырға уйламай ҙа. Күрәһең, дуҫының үлеме менән ризалашҡыһы килмәгәндер. Бер нисә сәғәт үткәс кенә юлдың икенсе яғына сығырға була.

Тоғро маһмайҙың ҡотҡарыусыһы Татьяна Казанцева әйтеүенсә, был эште атҡарып сыҡыу өсөн уға хайуандарҙы яҡлаусыларға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Улар этте ашамлыҡ менән әүрәтеп машинаға тейәй. Артабан уға Верный тигән ҡушамат тағып, ваҡытлыса приютҡа урынлаштыралар.

Артабан Татьяна дүрт аяҡлы яңы дуҫының хужаларын табыу теләге менән социаль селтәрҙәргә мәғлүмәт ҡуя. Эттең бәләһенә битараф ҡалмаған ҡыҙҙың ҡылығын хуплап күптәр комментарий ҡалдырған. Хатта маһмайҙы үҙҙәренә алырға теләүселәр ҙә булған.

Әммә ваҡиғаның ахыры башҡаса боролош ала. Эттең ысын хужалары табыла. Баҡ тиһәң, улар Скай ҡушаматлы дүрт аяҡлы ғаилә ағзаһын бер нисә көн элек юғалтҡан булған икән. Табылырына өмөттәрен өҙгәс, уйламағанда этте телевизорҙа, Хәбәрҙәр тапшырыуында күреп ҡала.

Скай исеме – ирек һөйөүсе тигәнде аңлата икән. Хәҙер уның – Верный ҡушаматы ла бар. Этте ҡотҡарыусы ҡыҙҙың фекеренсә, был эт үҙенең ҡәҙерлеләрен яҡлай, һаҡлай белеүсе, үҙенсәлекле хайуан.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика