Кейек бирмә бүләккә

Яңы йылға йән эйәһен бүләк итеп биреү модаға әүерелә. Әммә белгестәр бындай сюрприз эшләр алдынан 100 ҡат уйларға кәңәш итә. Сөнки уларҙың яртыһы аҙаҡ урам буйына сығарып ташлана. Сәбәбе ябай – яңы хужалар йәнлекте тәрбиәләргә әҙер булмай сыға.  Өфөләге Локи ҡушаматлы янутҡа ла ошондай яҙмыш һынауын үтергә тура килгән. Алһыу Суфиянова дауам итә.

Лаки ҡурҡҡан, һәр кешегә һаҡ ҡарай һәм үҙенең эргәһенә бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Декабрь башында ул яңы хужалары йәшәгән 8-се ҡаттан ҡолап, артҡы аяҡтарын йәрәхәтләй. Бәләкәй генә янутты атаһы улының тыуған көнөнә бүләк иткән булған, әммә йәнлек хаҡында бөтәнләй мәғлүм булмаған улар. Янутты бесәй кеүек ҡабул итеп, фатирҙа иркен йәшәткәндәр.

Янут ябай ситлектә йәшәй алмай, ул иркен йөрөһөн өсөн фатир бейеклегендәге бер нисә ҡатлы киң вольер кәрәк. Янут мәрхәмәтле, шаян йәнлек, уйнарға ярата. Белгестәр уның аҡыл ҡеүәһен 3 йәшлек баланыҡы менән сағыштыра. Янутты ҡулға өйрәтер өсөн байтаҡ көс, түҙемлек талап ителә. Шунан ғына ул һеҙҙең дуҫығыҙ булып китеүе ихтимал, әммә янут өсөн бер ваҡытта ла хужа була алмаясаҡһығыҙ.

Жанна үҙе лә бер нисә йыл элек янут аҫрарға теләп, улар хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплай, һөҙөмтәлә айырым иркен торлаҡ урыны булдыра. Хәҙер уның тәрбиәһендә 5 янут, уларҙың берәүһе ташландыҡ йәнлек. Янут аҫрарға теләүселәр башта бында килеп таныша ала. Жанна һәр кемгә был йән эйәләре хаҡында тулы мәғлүмәт бирә.

Яңы йыл алдынан декоратив ҡомаҡ һәм сысҡандарға ихтыяж артҡан. Өлкәндәр балаларының күңелен күрергә теләп киләһе йылдың тере символын бүләк итә, ә байрамдан һуң интернет уларҙы һатыу тураһындағы иғландар менән тула.

Көтөлмәгән бүләк һатып алыр алдынан, 100 тапҡыр уйлау яҡшыраҡ, тип билдәләй белгестәр. Сөнки тере йән эйәһе ул ғаиләлә тағы ла бер бала кеүек, ул да тәрбиә талап итә.

Тере бүләк Локи әле яйлап һауыға, уға тағы ла бер нисә операция эшләнәсәк. Жанна иһә яңы дуҫының эргәһенән китмәй, көнө-төнө ҡарауылларға тура килә, ти ул. Локиның йорто хәҙер януттар галереяһында.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика