2019 Башҡортостан өсөн – тарихи йыл

Республика 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Эйе, 100 йыллыҡ тарихын барлап Башҡортостан бөгөн яңы йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫа, яңы тарих биттәрен аса. Ул тарих ата-олатайҙар ҡаны менән яуланған, халҡыбыҙ рухы менән данланған үткәндәргә таяна. Шуға ла нигеҙе ныҡлы, бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө уның.

Башҡортостандың бөгөнгө уңыштарына һалынған нигеҙ тарихы тиҫтә йылдар менән түгел, ә быуат менән иҫәпләнә.  Бынан теүәл йөҙ йыл элек, 1919-сы йылда Башҡорт хөкүмәте һәм Үҙәк Совет власы менән төҙөлгән килешеү донъя картаһында яңы дәүләт -  Федератив Рәсәй барлыҡҡа килеүҙең тәүге аҙымы. Башҡортостандың йөҙ йыллығы дәүләт кимәлендә билдәләнгән сараға әҙерләнде. Шулай ҙа Башҡортостан Автономияһының йөҙ йыллығы тураһында һүҙ алып барыр алдынан тағы ла бер дата тураһында иҫкә төшөрөргә кәрәк. Бынан биш йөҙ йыл самаһы элек тап башҡорттар үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыу теләген белдерә. Ошо осорҙан алып Башҡортостан Рәсәйҙең ныҡлы терәге булып тора.

Башҡорт Хөкүмәте һәм Совет власы араһында төҙөлгән килешеү бөгөнгө Рәсәй дәүләтенең сәйәси һәм ижтимағи структураһын билдәләй. Договорға ҡул ҡуйыусыларҙың береһе  Мстислав Ҡулаев бөгөнгө федерацияға нигеҙ һалған сәйәсмәндәр исемлегенән. Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, Зәки Вәлиди һәм башҡалар. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ул саҡта донъя кимәлендәге яңы сәйәсәттең үҙәгенә әйләнә.  Ваҡиғалар үҫешендә Стәрлетамаҡтың да үҙ урыны була.

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Йөҙ йыллығын билдәләгән Башҡортостан был исемде оҙаҡ йылдар йөрөтә. Субьекттың уңыштары сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, машиналар эшләү һәм нефть тармағына бәйле. Һөҙөмтәләр, ирешелгән уңыштар. Фән, мағариф, сиҙәм үҙләштереү, мәҙәниәт тармағындағы һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостанға 4  тапҡыр иң юғары бүләктәр, 2 тапҡыр Ленин ордены, бер тапҡыр Октябрь революцияһы ордены һәм йәнә лә бер тапҡыр Халыҡтар дуҫлығы наградаһы бирелә. 

Йөҙ йыллығын билдәләгн Башҡортостан тарихындағы өс датаны айырым атарға  кәрәк. Беренсеһе – башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы. Был ваҡиғаға хәҙер 500 йыл самаһы булһа, икенсеһе – Совет власы менән килешеү төҙөү. Өсөнсө договор – Башҡортостандың үҙ аллығы тураһындағы Дәүләт декларацияһына ҡул ҡуйыу. Бөгөнгө Рәсәйҙең донъяның сәйәси аренаһында тотҡан урыны беҙҙең туранан тура беҙҙең республика – Башҡортостанға бәйле. 

Башҡоростандың үткәне менән бөгөнгөһө айырылғыһыҙ бәйләнгән. Йылына 3-әр миллион тонна ашлыҡ йыйып алған республиканың киләсәккә маҡсаттары билдәле. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай кеүек сәнәғәт гиганттары, Туймазы менән Октябрьскийға тиңләшкән Дүртөйлө һәм Благовещен, Күмертау икенсе һулышын ала. Алдынғы биләмәләрҙә яңы медицина комплекстары ҡулланыуға тапшырыла, мәктәптәр һәм спорт үҙәктәре ҡалҡып сыға.  Башҡортостандың даны “Салауат Юлаев” хоккей клубы, “Өфө” футбол клубы, олимпия чемпиондары , донъяға танылыу алған бейеү һәм йыр коллективтары. 

Үҙенең йыллығын билдәләгән Башҡортостан тарих китабының яңы битен аса. Республиканың бөгөнгө уңыштары нигеҙе бәлки, сәнәғәт, иҡтисадтан ғына томайҙыр. Йөҙ йыллыҡ тарихы булған Башҡортостан Автономияһының төп байлығы – уның күп милләтле халҡы һәм милләттәрҙең үҙ –ара татыулығы. Киләсәктә лә ошо ерҙә тыуып-үҫкәндәр үҙенең Башҡортостанлы булыуы менән ғорурланырға тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Яндекс.Метрика