Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды

Халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан өсөн аграр тармаҡ айырыуса мөһим. Шуға ла Радий Хәбиров был тармаҡта яңы ынтылыш күрергә теләй. Күреп, тотоп булғанынан һеҙгә бер кәрзин күстәнәс итеп алып килдем әле. “Баҫыуҙан кәштәгә тиклем” тигән өндәмә емеше был. Бында үҙебеҙҙә етештерелгән саф, тәбиғи продукциялар. Әйткәндәр “Башҡортостандыҡы – тимәк иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған яңы проект старт алды быйыл. Бөтә маҡсат – ауыл хужалығын үҫтереү.

Буш, ташландыҡ һарайҙар, емерек ҡоймалар. 2000-се йылдарҙан башлап бөтә ауылдар өсөн тиерлек ғәҙәти күренеш. Ейәнсуралағы хужалыҡтарҙың береһен был хәл әле яңыраҡ ҡына килеп ишек ҡаҡты. 2015-се йылдан алып Яңы Себенле һәм Ҡужабаҡ һөтсөлөк-тауар фермаларының буш тороуы, йөҙәрләгән кеше хеҙмәт урындарын юғалтыуы тураһында бәйән иткәйнек. Хәҙер бында эш ҡайнай. Уҙған йылдың декабренән даими тоҡомло мал ҡайтарыла. Иң мөһиме халыҡ эшле булды.

Бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтың аяҡҡа баҫтыуында инвестор табылыуы сәбәп. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында ике малсылыҡ комплексы төҙөкләндерелә, яңы техника һатып алына, республикала тиңе булмаған яһалма һуғарыу системаһын да төҙөтөп ҡуялар. Ейәнсуралар хәҙер алдынғылар рәтендә селекция эшенә лә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан хужалыҡтары быйыл бихисап тоҡомло таналар алды. Йыл аҙағына республикаға ситтән ҡайтарылған мал һаны 10 меңдән ашыр тип күҙаллана. Сөнки хөкүмәт яҡшы ғына субсидиялай.

Башҡортостан башлығы етәкселегендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығы беренсе – дөйөм хаҡы 85 миллиард һумлыҡ 44 проект раҫланған. Киләһе йылға планлаштырылғандары – 23 миллиард һумлыҡ. Киләсәктә ит етештереүҙе 12 ярым процентҡа арттырып, 450 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.

Бүздәктә урынлашҡан селекция-генетика үҙәге. Әле бында Дания тоҡомло 5 мең 400 баш инә сусҡа аҫрала. Селекция-генетика үҙәге Европала иң эреләрҙән һанала. Таврос компаниялары төркөмөндә эшләгән сусҡасылыҡ комплексының эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров танышҡайны. Комплекста өс төр тоҡомло сусҡа ҡауыштырыла. Артабан мал Рәсәй тауар фермаларына оҙатыла һәм сит илгә һатыла.

Республика йәшелсә-емеш үҫтереүҙә лә бөгөн конкурент була алыуын иҫбатлай. “Башҡортостан тауары” билдәһенә Бүздәк теплица комплексы йәшелсәһе лайыҡ. Крәҫтиән-фермер хужалығы йылы япмалары 9 гектар майҙанды биләй. Инвестициялар күләме миллиаррд ярым һум.

Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары хәҙер донъя баҙарына күпләп сыға. Быйыл Күмертауҙағы Элеватор йәмғиәте Ҡытайға 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Уның дөйөм хаҡы 181 миллион 600 мең һум. Йыл дауамында майлы продукция оҙатыуҙан ғына төбәк һәм предприятиелар ҡаҙнаһы 2 миллиард 600 миллион һумға тулыланған.

Башҡортостан быйыл тәүге тапҡыр экспортҡа һыу юлы менән сыҡты. Ә был ерҙән ташығандан ҡарағанда ике тапҡырға осһоҙға төшә. Иран тәүге 10 мең тонна игенде үҙ порттарында бушатты. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында быйыл иген терминалын ҡороу тамамлана. Төркиәнән ҡорамалдар ҡайтарылды. Терминал буш тормаясаҡ тип ышандыра аграрийҙар. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ситкә тауар оҙатып 91 миллион долларлыҡ килем алырға иҫәп тота. 2024-се йылға иһә ул ике ярым тапҡырға артырға тейеш.

Иген иккән – илде туҡ иткән. Башҡортостанда ауыл эшсеһенең ауыр хеҙмәте юғары баһалана. Николай Григорьев Баҡалы районының “Өмәр” йәмғиәте комбайнсыһы. Быйыл уның ураҡ күрһәткестәре республика күләмендә иң юғарыһы тип танылды. Һөнәри байрам алдынан иң алдынғы механизаторҙар лайыҡлы бүләк – автомобиль асҡыстарын ҡулдарына алды.

Мәскәүҙәге «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан һәр йылдағыса үҙен лайыҡлы күрһәтте. Был юлы ла республика Гран-при яуланы. Бынан тыш, быйыл Башҡортостандың 16 предприятиеһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында еңеү яуланы.

Киләсәккә маҡсатһыҙ йәшәп булмай. Иген уңышын мәҫәлән яҡын арала 4 миллион тоннаға, ә киләһе йыл һөт етештереүҙе ике тапҡыр арттырыу планда. Республика аҡ аҙыҡ буйывнса Рәсәйҙә әле икенсе урында. Башҡортостан башлығының “сентябрь Указына” ярашлы, киләсәктә аграрийҙар 3 мең трактор, иген-мал аҙығы йыйыу комбайндары һәм башҡа техника аласаҡ. Бының өсөн 40 миллиард һум йүнәлтелә.

Кооперативтарға берләшкән фермерҙар 3 миллион һумғаса финанс ярҙамға өмөт итә ала. Был маҡсатта быйыл 1 миллиард 100 миллион һум бүленде. 

Тармаҡтың төп уңышын шулай ҙа ерҙә эшләгән кешеләр булдыра. Ауыл хеҙмәтсәндәре квалификацияһын арттырыуға Республика 70 миллион һумға яҡын аҡса бүлә. Малсылыҡ эшселәре, һөт етештереүселәр һәм эшкәртеү секторындағылар кваллификацияһын үҫтереүгә иғтибар арта. Ауыл хужалығы бөгөн яңы һулыш кисерә, Республика тармаҡҡа йөҙө менән боролдо.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика