2019 – сүп-сар реформаһы йылы

Хәҙер сүпте бер урынға йыйырға ярамай. Йылдың төп ҡағиҙәһе тиерлек бит был. Ҡала ихаталарында хатта контейнерҙар төрлө төҫлө. Быйылдан ауылда ла ҡалдыҡтарҙы яҡындағы сүплеккә ырғытмай, ә махсус полигондарға оҙатырға өйрәнде халыҡ. Илдә сүп-сар реформаһы башланды.

Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәгән Әсфәндийәровтар “сүп-сар” реформаһын ыңғай ҡаршы ала. Яҙлы-көҙлө йыйылған ҡыйҙы элек трактор яллап түгергә тура килһә, хәҙер махсус контейнерҙар бар, тиҙәр. Ҡырмыҫҡалы районында 2018 йылдың декабрендә үк барлыҡҡа килгән махсус майҙансыҡтар яңы йылдан иғлан ителгән сүп-сар реформаһының беренсе ҡарлуғастары. Реформа ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа етте шунда күмеүгә сик ҡуйырға вәғәҙә бирҙе. Уны башлаусылар ойошторолмаған сүплектәрҙе бөтөрмәһәк, ҡалдыҡ эшкәртеүҙе яйға һалмаһаҡ, яңы полигондар ҡороуға бөгөндән тотонмаһаҡ үҙебеҙҙең сүпкә үҙебеҙ батабыҙ, тип иҫкәртте. Бөгөн, йылдың һуңғы айы тамамланыр мәлдә үтәлгән эштең береһен һис шикһеҙ билдәләргә мөмкин – сүп-сар сығарған өсөн хаҡ түләнә. Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәрҙең был төрө буйынса иғәнә йыйыуҙа 100 проценттың туҡһаны үтәлә. Тиҫтә йылдар буйына тулышҡан мәсьәләне бер нисә айҙа хәл итеп буламы. Был сәмле маҡсаттың ҡиммәткә төшәсәге сер түгел. Тарифтарҙың Башҡортостан өсөн сағыштырғыһыҙ юғары булыуы уҡ ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Республика башлығы түләүҙәрҙе кәметергә ҡушты.

Һөҙөмтәлә хаҡтар тәүҙә билдәләнгән кимәлдән икеләтә төштө һәм илдә иң түбәндәр иҫәбендә. Сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү йәиһә күмеү бурысын иңенә алған яуаплы операторҙар бар сығымдарҙы “ҡалдыҡ ташлаусылар” иҫәбенә ҡапларға уйламағайны ла. Улар төбәктә тик лицензиялы полигондар файҙаланып, башҡаларын бөтөрөү, сүп-сарҙы айырым туплап, эшкәртеүсе предприятиелар булдырыу маҡсатын ҡуйҙы. Сүп тултырыр иҫке бактар яңы контейнерҙарға алмаштырылды. Төбәк операторы Өфөлә генә 150 ошондай контейнер ҡуйҙы. Парк биләмәләрендә полиэтилен, быяла, ҡағыҙ өсөн айырым пластик һауыттар урынлаштырылды. Пэт-һауыттар өсөн 50 махсус селтәр модуль ҡаралды. Республикала эшләгән 35 рәсми полигон һәм 3000 ашыу ойошторолмаған сүплекте тәртипкә килтереү муниципалитеттар иңендә. Сүп-сар йыйып уны сорттарға айырып эшкәртеүгә тапшырыуҙы йүнсел эшмәкәрлегенә әйләндергәндәр ҙә бар Өфөлә. “Мусор, гудбай” проекты теүәл ике йыл элек башланған һәм уның хеҙмәтен әле йөҙәрләгән кеше файҙалана.

Республиканың экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы сүп-сар сортлау комплекстарын арттырырға ниәтләй. Республикала улар 13.  Ишембай районында республикала беренсе экотехнопарк асылды. Башҡортостанда сүп эшкәртеүсе иң ҙур предприятие нигеҙендә эшләгән конвейер тәүлегенә 180 тонна ҡалдыҡ үткәрә. Артабан ҡалдыҡ төрҙәрен икенсе сеймал итеп ҡулланыу сараһы күрелә.

Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе экологик наҙанлыҡтан ҡотолоуҙан башларға тәҡдим ителә.  Эшкә иң тәүҙә балалар тотондо. Башҡаланың Киров, Дим районы мәктәптәре менән балалар баҡсалары  “Барыһы ла беҙҙән башлана” тигән проект иғлан итте. Уҡыусылар экология дәрестәре ойоштороп, ҡалдыҡтарҙы айырым ташларға өйрәнә. Сүп-сарҙы айырып йыйыу тәртибен мауыҡтырғыс бәйгеләрҙә ҡатнашып нығыта.

Сүп-сар реформаһы Башҡортостандың 5 көнүҙәк мәсьәләһе иҫәбендә. Ҡалдыҡтар тулы контейнерҙарҙы көн дә күҙәтергә мәжбүр кешеләр сараһыҙҙан Инцидентҡа мөрәжәғәт яҙа. Декабрь башында Радий Хәбиров муниципалитеттарға һәр ошондай осраҡты видеокәңәшмәлә тикшерергә саҡырҙы.

2020 йылдың беренсе ғинуарынан сүп-сар реформаһы дауам итә. Башҡала һәм республиканың бер нисә районында сүп-сар сығарғанға хаҡтар үҙгәрә. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаған документҡа ярашлы, әле ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының бер кубометры өсөн халыҡ — 447 һум да 4 тин түләй. Яңы йылдан ул кәмей, кубометр хаҡы 445 һум 86 тин була. Тик оҙаҡҡа түгел. 2020-се йылдың июленән тариф 22 һум 89 тингә артасаҡ, беҙҙең кеҫәнән сүп кубометры өсөн 468 һум да 75 тин сығасаҡ. Экология белемен камиллаштырырға тормош үҙе мәжбүр итә. 

Ғәмәлдә кеше тормошонда һис үҙгәреш юҡ. Ҡалдыҡ ташлауҙар ҡәҙимгесә. Бәлки, сүп-сар тормошо башҡа тәртипкә һалынған. Ул ошо һауыттарҙан полигонға, полигондан сорттарға айырылып йә эшкәртеүгә, йә … башҡа ергә ебәрелә, йәғни ғәҙәттәгенән оҙонораҡ юл үтә. Әлегә беҙгә сүп-сар йыйыр урындар билдәләнде, ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ташларға һәр кем аңлай.    

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика