Медициналағы йыл йомғаҡтары

Ә мин Башҡортостан өсөн 2019 йылды Медицина йылы тип билдәләр инем. Бөтә ил өсөн проблемалы тармаҡ төбәк реформаһын кисерҙе тип әйтергә була. Һөҙөмтә: табиптар һаны 660-ҡа артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, тәүге тапҡыр онкология һәм ҡан тамырҙары сиренән үлем осраҡтары аҙайҙы. Санавиация – һәр минут ҡәҙерле булғанда райондарҙан сирлеләрҙе тиҙ арала Өфөгә алып килергә мөмкин хәҙер. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге йыл йомғаҡтарын барлап быға илткән сәбәптәрҙе лә атап китер инем.

Раил Шакиров бер нисә ай элек йәшәүгә өмөтөн өҙә. Яман шеш тигән ҡот осҡос диагноз хаҡында ишетеү уның ғаиләһе өсөн көтөлмәгән хәл була. Яман шеште башланғыс осорҙа асыҡлап, ваҡытында операция яһағанда, пациент сирҙе еңел үткәрә, ти табиптар.

Илнур Солтанов, БДМУ клиникаһы табип-онкологы: “Онкология медицина өлкәһе өсөн бик актуаль проблема булып тора. Башланғыс стадияла табип һәм операция яһау ул мөһим. Ни өсөн тигәндә, башланғыс стадияла операция яһап еңеп сығырға мөмкин… беҙҙең клиникала күп операциялар робот давинчи ҡоролмаһында эшләнә.”

Раил Шәкировты ла аяҡҡа баҫтырыу тап робот-хирург ярҙамында башҡарыла. Табиптар билдәләүенсә, һәр хирург өсөн был ҡоролмала эшләү оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран  аша күҙәтергә мөмкин.

Операция робот ярҙамында башҡарылһа ла, бар эш хирург командаһы менән үтәлә һәм ул ошо махсус ҡоролма аша робот менән идара итә./записан/

Хәҙер онкология сирҙәрен тәүге стадияла асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә 5 мең һум күләмендә премия ла тапшырыла башланы. Лиана Нәғимова 44-се поликлиникала 3-сө йыл эшләй. Өҫтәмә түләү ҙур ярҙам, иң мөһиме пациенттың сәләмәтлеген хәстәрләү, ти табип-онколог.

Төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етди ҡараш талап итә. Юғары сифатлы дауалауҙан тыш, мөһим мәсъәләләрҙең береһе – республикаға медицина кадрҙарын әҙерләү. Радий Хәбиров ҡарары буйынса, район дауаханаларын кадрҙар менән тәъмин итеү маҡсатында, беренсе тапҡыр табип — белгестәрҙе райондарға бүлеү ойошторолдо.  Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетында ординатураны 668 белгес тамамланы. Ординаторҙар – үҙаллы эшләй алған әҙер табиптар, шуға ла уларға ихтыяж ҙур.

Киләһе ике йылда университет терапевт һәм педиатрҙарға ҡытлыҡ мәсъәләһен тулыһынса хәл итергә тейеш. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын 1 мең 300-ҙән ашыу белгес тамамлаһа, 2024 йылға был һан 6 меңгә етергә тейеш.

БДМУ 5 йыл эсендә төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыһынса тәъмин итеү йөкләмәһен алған. Әле уҡыу йортонда 8 меңгә яҡын студент уҡый. Табип дипломын алып эшкә юлланыусыларға ил һәм республика күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Быйыл  10 фельдшер – 500-әр мең, тағы ла тар йүнәлешле 125 белгес һәм үткән йылдарҙа  “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып та аҡсаһыҙ ҡалған 150 табип берәр млн һум алды.

Республикала хәҙер ауыл медицинаһына иғтибар бермә-бер артты. Халыҡтың 40 процентҡа яҡыны ауылда йәшәһә лә, медицина ярҙамының күрһәткесе түбән булып ҡала килде. Архангел районы Яңы Шишмә ауылы фельдшер-акушер пункты. Ағас йорт мейес яғып йылытыла. Республика башлығы Радий Хәбиров август айында эш сәфәре барышында 1957 йылда төҙөлгән бинаны күреп шунда уҡ яңыртырға вәғәҙәләне. Бынан ары республикала Яңы Шишмә ауылындағылай фаптар булмаясаҡ. 2020 йылда, 7 фельдшер акушер пункты яңынан төҙөләсәк, тағы ла 90-ы төҙөкләндереләсәк. Бөтәһе 31 медицина учрежденияһын сафҡа индереү күҙаллана. Уларҙың дөйөм хаҡы 5 миллиард һумға баһалана.

2019 йылда Башҡортостан 20-нән ашыу  күсмә медицина комплекстарын һатып алды. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте өсөн 205 яңы машина ҡайтарылды, ә бригадалар планшет компьютерҙары менән тәьмин ителде. Яңы йылдан ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре эш хаҡына өҫтәмә ала башлаясаҡ.

Ауыр хәлдәге сирлеләрҙе йыраҡ райондарҙан тиҙ арала дауаханаларға еткереү маҡсатында Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн тәүге вертолет майҙаны барлыҡҡа килде.  Киләһе йылдарҙа  Өфөлә 6, ә республика буйынса 8 санитар авиация туҡталышы барлыҡҡа килә.

Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Республика һаулыҡ һаҡлау тармағы алдынғы һәм заманса булырға тейеш, тип билдәләне. Йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларында балалар поликлиникаһы, Благовар үҙәк район дауаханаһында яңы хирургия корпусы асыласаҡ, Бәләбәй, Ишембай бала табыу йорттарында, Октябрьский, Салауат ҡалаһы балалар поликлиникаларында, республика балалар клиник дауаханаһы стационарында капиталь ремонт тамамланасаҡ.

Башҡортостанға эш сәфәре барышында илдең һаулыҡ һаҡлау министры тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. Вероника Скворцова ауыл медицинаһын тергеҙеүҙе өлгө булараҡ билдәләне.

Һаулыҡ һаҡлау  өлкәһендә бер йыл эсендә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә генә үлем осраҡтары онкологиянан 6, йәрәк- ҡан тамырҙары сирҙәренән 15 процентҡа кәмегән. Төбәк башлығы 1 йыл элек медицина тармағына етди ҡараш талап иткәйне.  Үүҙгәрештәр күҙгә күренерлек. Шулай ҙа һәр кеше үҙ сәләмәтлегенә үҙе яуаплы икәнен оноторға ярамай. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Боланут сеймалы өлгөрә | ГТРК «Башкортостан»

Боланут сеймалы өлгөрә

Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа...

2 июля 2020
Кемдәргә һалым кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә:  түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары

Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнеш

2 июля 2020
Смотреть видео Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай | ГТРК «Башкортостан»

Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә  Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте.  Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте  | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр...

2 июля 2020
Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда...

1 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

1 июля 2020
Смотреть видео Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә

Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр...

1 июля 2020
Яндекс.Метрика