Юл һәм транспорт тармағында 2019 йыл нимәләр менән иҫтә ҡалды?

1 йыл элек авариялар һанын кәметеү талабы ҡуйылғайны. Тағы ла йәмәғәт транспортында тәртип булдырыу, бөтә ауылдарҙы ҡаты түшәмле юл менән тоташтырыу, яңы күперҙәр һәм башҡа күләмле инфраструктура проекттары. 2019 йылда юл хужалығы өлкәһендә ҡуйылған маҡсаттар тап ошолай яңғырай ине. Ә бит уларҙың күпселеге тормошҡа ашты. Юл хужалығындағы йомғаҡты мин һүтәйем. 

4 меңгә яҡын юл-транспорт фажиғәһе, 400-ҙән ашыу ҡорбан. Һандар үткән йылдағынан кәмерәк, әммә юл фажиғәләре иң аяуһыҙ заман афәттәренең береһе булып ҡала. Тап юл транспортына иғтибарҙы көсәйтергә һәм үлем осраҡтарын кәметергә тигән бурыс ҡуйғайны  Радий Хәбиров.

Авариялар һанын кәметеү өсөн бихисап саралар күрелә. Республика һәм федераль трассаларҙа камералар һаны 500-ҙән ашты. Сентябрь айында ғына 169 стационар,  63 күсмә һәм 6 мобиль комплекс эшләй башланы. Улар элеккеләренән күпкә яҡшыраҡ һәм “иғтибарлыраҡ”.

Фото-видео теркәү комплексы юлды тулыһынса төшөрә, водителдең юғары тиҙлектә килеүен, светофор сигналына иғтибар итмәүен дә теркәй. Камера тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул ике йылдан һуң махсус тикшереү үтәсәк. Белгестәр билдәләүенсә, төбәктә 130-ҙан ашыу хәүефле юл участкаһы иҫәпләнә. Был яңылыҡты һәр кем төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәр сираттағы ысулды аҡса йыйыу тип ҡараһа, бәғзеләре киреһенсә, тәртип яҡлы.

Үҙгәреш талап иткән һәм республика етәкселеге иғтибарындағы тағы бер мәсьәлә – легаль булмаған пассажир ташыусылар. Арзан, тиҙ, әммә хәүефле. Был ысулды һайлап фажиғәгә осраусылар һаны артҡандан — арта. Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында “Хендай”  менән “Лада Ларгус” –тың бәрелешеүе быға асыҡ миҫал. Аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың өсәүһе – Сибай ҡалаһынан ине. Үлемгә килтергән авариянан һуң, республика юлдарында йөҙәрләгән рейдтар үтте. Был көрәштә элегерәк тәҡдим ителгән автомобилде тартып алыу язаһын кире ҡайтарырға тигән фекерҙәр ҙә яңғырай.

2019 йылда Башҡортостан Юл фонды рекордлы 24 миллиард ярым һум тәшкил итте. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 28 процентҡа күберәк. 13 күпер төҙөкләндерелде. Яңыртылған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 1 мең 300 километрҙан ашыу.

2019 йылда юл-транспорт тармағындағы төп еңеүҙәрҙең береһе – Өфөнән Көнсығышҡа сығыу юлына бәйле. Тоннелдә ғинуар аҙаҡтарында эштәр башланасаҡ. 1992 йылда төҙөлә башлаған ҙур инфраструктура проектын инвестор ярҙамында тамамларға ҡарар ителгәйне. Мәскәүҙәге “Транспорт” форумында республика, ВТБ банкы һәм «Башҡортостан концессия компания»һы араһындағы яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Дөйөм хаҡы – 33 миллиард ярым һумға баһаланған проект буйынса төбәк бюджетынан сығымдар 10 миллиард һумға кәметелде.

Көнсығыш юлын 2023 йылға тамамлау күҙаллана. Был төҙөлөш Өфө өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — тығындарҙы кәметергә тейеш.  Өфө автоһәүәҫкәрҙәрен ҡыуандырған  тағы ла бер хәбәр. 2019-сы йылдың йәйендә Ағиҙел йылғаһы аша өсөнсө күпер төҙөү эштәре башланды. Өфөнө Аэропорт юлы менән тоташтырған мөһим инфрастуктура объекты 2021 йылға әҙер булыр тип көтөлә. Берҙәм күпер сафҡа инеү менән ике йүнәлештә автомобилдәр өсөн 11 һыҙат буласаҡ.

Шулай ҙа уның ике һыҙаты, анығыраҡ итеп әйткәндә иҫке күпер аша үткәне тағы ла бер нисә йылдан ғына сафҡа инә, бында реконструкция башланасаҡ. Яңы күперҙең күп өлөшөн Росавтодор финанслаясаҡ тип килешелде. Эштәр тамамланыу менән Өфөнөң көнъяғында тығындар кәмер тип көтөлә.

Тап тығындар башҡала өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Уны хәл итеүҙә аҡыллы светофорҙар урынлаштырыла һәм юлдарҙы киңәйтеү ҡулланыла. Йәмәғәт транспортында тәртип урынлаштырыу ҙа ошо дөйөм эштең бер өлөшө.

Яңы, таҙа, заманса, бер стилдә, ә иң мөһиме халыҡ өсөн хәүефһеҙ. Республикалағы йәмәғәт транспорты тап ошондай сифаттарға эйә булырға тейеш тигән бурыс ҡуйылғайны. Был талаптарға яраҡлашырға һәм законлы эшләргә теләмәгәндәр эшһеҙ ҡалды. Урынына  “Башавтотранс” өсөн 527 яңы автобус һатып алынды. Баш ҡаланан тыш, район үҙәктерен Өфө менән бәйләү мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Яңы автобустар республиканың төрлө ҡала һәм район үҙәктәренә юлланды, шулай уҡ быға тиклем бөтөнләй туҡтатылған маршруттар ҙа  тергеҙелде.

Заман башҡа, заң башҡа. Быйылдан социаль, банк карталары менән бер рәттән йәмәғәт транспортында “Алға” берҙәм картаһы ярҙамында иҫәпләшергә була. Уңайлыҡ өсөн иҫәпте тулыландырыу, сығымдарҙы күҙәтеү функциялары менән мобиль ҡушымта эшләй башланы. Транспорттан тыш, “Алға” картаһын мәктәп уҡыусылары ашханала ҡуллана ала. Өфөнән тыш, проект Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында, артабан башҡа төбәктәрҙә тормошҡа ашырыла.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика