2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе

Мәктәптәр уҡыусыларға белем генә түгел, тәрбиә лә биреүҙә ярышырға йөкләмә алды, Аша, уҡы, үҫ, тип балаларға бөтә шарттар тыуҙырҙы. Аҙнаның биш көнөн дәрестәргә арнап, ҡалған икеһен ялға бағышланы. Белем биреү тармағындағы яңылыҡтар былар менән генә сикләнмәне…

Урта мәктәптәр уртаса түгел, ә юғары сифатлы белем яҡлы. Милли проект мәғарифты донъяла иң яҡшы белем биреүсе ун дәүләт исемлегендә теркәлергә һәм социаль яуаплы күркәм шәхес тәрбиәләргә саҡыра. Башҡортостанда был йөкләмә уҡытыусы иңендә генә түгел. Уртаҡ маҡсат йәмғиәт, ғаилә, мәктәп хатта һөнәри даирәне берләштерҙе. Радий Хәбиров республикала инновация программаларына старт бирҙе. Үҙгәрештәр “Взлетай”, “Ҡанатлан” форумынан башланды.

Биш көнлөк эш аҙнаһы, тәрбиәүи шәмбеләр, туған һәм сит телдәрҙе берҙәй ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнеүҙәр, “аша, уҡы, үҫ” бренды. 2019 йылда алынған йөкләмәләрҙең күбеһе – яңы уҡыу йылынан ғәмәлдә. “Осош” уңышлы.

(за кадром) Полилингваль гимназия. Был сағыу яңғырашлы һүҙбәйләнеш түгел, ә заманса мәктәп, яңыса белем биреү йорто. Дәрестәр бында бер нисә телдә алып барыла. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт, рус, инглиз, француз, испан, ҡытай телдәрендә һөйләшергә өйрәнә.  Уҡыу бер сменала, төштән һуң тел түңәрәктәре, спорт һәм бейеү секциялары, художество һәм фән клубтары эшләй. Быларҙың барыһы ла биш көн эсендә.

Заманса кабинеттар, ял майҙансыҡтары, ашхана, медицина нөктәһе, стоматолог бүлмәһе.  Республика мәктәптәренең һәр ҡайһыһы матди-техник базаһын нығытып, электрон-техник ҡоролмаларын заман талаптарына яраҡлаштыра. 

Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Һынау дәрестәре хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта үтә. Лаборатория цифралы, уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡара.

Мәктәптәр төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында 1-се урынға сыҡты. Быйыл 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асылды. 133 ауыл мәктәбендә үҫеш нөктәләре “Заманса мәктәп” менән “Һәр бала ҡаҙанышы” федераль проекттарын ғәмәлгә ашыра башланы. Йәш ауыл уҡытыусыһына айырым иғтибар. Быйыл ауыл мәктәбендә эшләгән йәш педагогтарҙың тәүге бер йөҙөнә 600 мең һумлыҡ гранттар тапшырылды. Киләсәктә уларҙың күләмен йәнә арттырыу көтөлә.

Белем биреүҙе цифралаштырыу дауам итә. 2022 йылға тиклем был маҡсатҡа 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Радий Хәбиров “Мәғариф” милли проектын белем биреү тармағы өсөн үҫеш этәргесе, тип баһалай. Ауыл ерендә лә белем биреү шарттары ҡаланыҡына яҡынлаша. Берҙәм туҡланыу тәртибе, заманса йыһаздар, Интернет тиҙлеге. “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты — заманса хәүефһеҙ цифралаштырылған белем биреү мөхитен булдырыу. Уҡыуҙың һәр төрө һәм кимәлендә юғары сифаттарға өлгәшер өсөн. Сифат иһә балаларҙың именлегенән, йәғни, ғәмәлдәге һәм виртуаль ысынбарлыҡтағы хәүефһеҙ мөхиттән башлап, педагогтарҙың һөнәри камиллығына тиклем уҡыу өсөн уңайлы шарттарға нигеҙләнә.  “Осош” программаһы мәктәптәргә конкуренция өҫтөнлөктәрен бирә.

2019 йылда балалар баҡсаларына ясли төркөмдәрен ҡайтарыу башланды. Белем алыуҙың мәктәпкәсә баҫҡысына йәш ярымлыҡтар баҫты. Белем биреү йорттары мөмкинлеге сикле уҡыусыларға ла башҡалар менән тигеҙ мөмкинлектәр тәҡдим итә. Һәләтле балаларға иһә һәләт камиллаштырыр өҫтәмә шарттар бар. Мәктәптәрҙә кесе йәштән һөнәри йүнәлеш биреү хуплана. Һөнәри белем биреү йорттарында буласаҡ белгестәр халыҡ-ара конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ворлдскилс милли чемпионатында Башҡортостан вәкилдәре быйыл миҙалдар рейтингы буйынса Рәсәйҙә етенсе урынға сыҡты. Республика мәғарифы ҡаҙаныштары быйыл Рәсәйҙең 18 төбәгенән килгән 198 ойошма өсөн күргәҙмә-салонына әүерелде. Эксперт, спикер, модераторҙар – Рәсәйҙең федераль һәм төбәк алдынғы уҡыу йорттары профессорҙары нәҡ Өфөлә үҙҙәренең автор методикаларын тәҡдим итте, психолог, социолог, сәйәсмән һәм эшҡыуар тәжрибәһен уртаҡлашты. Мәғариф халыҡ-ара салонында белем биреү өлкәһе вәкилдәре ил күләмендә тығыҙ хеҙмәттәшлек килешеүҙәрен ҡорҙо.

Башҡортостан мәғарифы заманса белем биреүҙең берҙәм талаптарына ынтылып глобализацияның кире күренешенә лә юл ҡуймай. Быны быйыл үткән башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы дәлилләне. Мәртәбәле йыйында Республика башлығы туған телендә милли һөйләште модалы итергә, башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнергә өндәне. Бының өсөн ватандаштарҙы бергә булырға, башҡортса бер генә һүҙ белгән кешене лә үҙ итергә саҡырҙы.    

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Смотреть видео Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау тамамлана

Башҡорт ихаталары программаһы буйынса тәртипкә килтерелгән биләмәләр тикшереләсәк. Әгәр етешһеҙлектәр асыҡлана икән улар ремонт башҡарыусы иҫәбенә төҙәтеләсәк. Бынан тыш, 19 муниципалитетта 50-гә яҡын подъездың сифатһыҙ ремонтланыуы асыҡланған. Уларҙың барыһы ла ҡайтанан төҙәтелде. Башҡортостанда...

30 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һиндостандың иң ҡиммәтле ҡомартҡыһы Тадж-Махал ярты йыллыҡ тәнәфестән һуң ҡунаҡтар өсөн ишектәрен аса. Танылған мөхәббәт һәйкәле яңы ҡағиҙә буйынса тәүлегенә 5 меңдән артыҡ кешене ҡабул итмәй. Биләмәгә үтергә теләгән һәр кем термик тикшереү үтергә, мотлаҡ битлек кейергә тейеш. Хөкүмәт илдә иҡтисад...

30 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар тағы ла 40 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар тағы ла 40 кешегә артты

Пандемия башланғандан алып 8 мең 748 кеше Ковид 19 менән ауырыған. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Быға тиклем республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус сәбәпле яңы түләүҙәр...

30 сентября 2020
Смотреть видео Яңы ҡоролма ярҙамында операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы ҡоролма ярҙамында операция

БДМУ клиникаһында  ҡорһаҡ  аортаһы  киңәйгән сирлеләрҙе  хәҙер заманса ысул менән дауалайҙар. Ул элекке алымдан нимәһе менән айырыла? Пациент операцияны нисек кисерә? Нисә көндә йүнәлеп сыға?  Аортаның киңәйгән өлөшөн протезға алмаштырыу  өсөн хирургтарға быға тиклем...

30 сентября 2020
Смотреть видео Киләсәк фабрикаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Киләсәк фабрикаһы

Тиҙҙән Урал аръяғында ла “Киләсәк фабрикаһы” ойоштороласаҡ. Өфөләге ошондай үҙәкте барып күргәндән һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай ҡарарға килгән.  “Киләсәк фабрикаһы” йүнселдәргә ижади һәм эшлекле башланғыстарын бойомға ашырыу менән  теләктәштәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек...

30 сентября 2020
Смотреть видео “Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы

 Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына...

29 сентября 2020
Смотреть видео Өфөнөң Комсомол урамы халҡы  үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Аптырайһы түгел,  Галле  округы һәм Комсомол урамдары  киҫешкән урында күптән төҙөкләндереү эштәре бара. Тирә-яҡ  арҡырыһынан буйына ҡаҙылған, ә йәйәүлеләр өсөн йөрөр  урын ҡалдырылмаған. Урындағы халыҡ хәҙер машиналар, ремонт техникаһы менән  бер юлдан йөрөргә мәжбүр...

29 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау...

29 сентября 2020
Яндекс.Метрика