2019 йыл Башҡортостан мәғарифын Осошҡа этәрҙе

Мәктәптәр уҡыусыларға белем генә түгел, тәрбиә лә биреүҙә ярышырға йөкләмә алды, Аша, уҡы, үҫ, тип балаларға бөтә шарттар тыуҙырҙы. Аҙнаның биш көнөн дәрестәргә арнап, ҡалған икеһен ялға бағышланы. Белем биреү тармағындағы яңылыҡтар былар менән генә сикләнмәне…

Урта мәктәптәр уртаса түгел, ә юғары сифатлы белем яҡлы. Милли проект мәғарифты донъяла иң яҡшы белем биреүсе ун дәүләт исемлегендә теркәлергә һәм социаль яуаплы күркәм шәхес тәрбиәләргә саҡыра. Башҡортостанда был йөкләмә уҡытыусы иңендә генә түгел. Уртаҡ маҡсат йәмғиәт, ғаилә, мәктәп хатта һөнәри даирәне берләштерҙе. Радий Хәбиров республикала инновация программаларына старт бирҙе. Үҙгәрештәр “Взлетай”, “Ҡанатлан” форумынан башланды.

Биш көнлөк эш аҙнаһы, тәрбиәүи шәмбеләр, туған һәм сит телдәрҙе берҙәй ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнеүҙәр, “аша, уҡы, үҫ” бренды. 2019 йылда алынған йөкләмәләрҙең күбеһе – яңы уҡыу йылынан ғәмәлдә. “Осош” уңышлы.

(за кадром) Полилингваль гимназия. Был сағыу яңғырашлы һүҙбәйләнеш түгел, ә заманса мәктәп, яңыса белем биреү йорто. Дәрестәр бында бер нисә телдә алып барыла. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт, рус, инглиз, француз, испан, ҡытай телдәрендә һөйләшергә өйрәнә.  Уҡыу бер сменала, төштән һуң тел түңәрәктәре, спорт һәм бейеү секциялары, художество һәм фән клубтары эшләй. Быларҙың барыһы ла биш көн эсендә.

Заманса кабинеттар, ял майҙансыҡтары, ашхана, медицина нөктәһе, стоматолог бүлмәһе.  Республика мәктәптәренең һәр ҡайһыһы матди-техник базаһын нығытып, электрон-техник ҡоролмаларын заман талаптарына яраҡлаштыра. 

Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Һынау дәрестәре хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта үтә. Лаборатория цифралы, уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡара.

Мәктәптәр төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында 1-се урынға сыҡты. Быйыл 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асылды. 133 ауыл мәктәбендә үҫеш нөктәләре “Заманса мәктәп” менән “Һәр бала ҡаҙанышы” федераль проекттарын ғәмәлгә ашыра башланы. Йәш ауыл уҡытыусыһына айырым иғтибар. Быйыл ауыл мәктәбендә эшләгән йәш педагогтарҙың тәүге бер йөҙөнә 600 мең һумлыҡ гранттар тапшырылды. Киләсәктә уларҙың күләмен йәнә арттырыу көтөлә.

Белем биреүҙе цифралаштырыу дауам итә. 2022 йылға тиклем был маҡсатҡа 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Радий Хәбиров “Мәғариф” милли проектын белем биреү тармағы өсөн үҫеш этәргесе, тип баһалай. Ауыл ерендә лә белем биреү шарттары ҡаланыҡына яҡынлаша. Берҙәм туҡланыу тәртибе, заманса йыһаздар, Интернет тиҙлеге. “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты — заманса хәүефһеҙ цифралаштырылған белем биреү мөхитен булдырыу. Уҡыуҙың һәр төрө һәм кимәлендә юғары сифаттарға өлгәшер өсөн. Сифат иһә балаларҙың именлегенән, йәғни, ғәмәлдәге һәм виртуаль ысынбарлыҡтағы хәүефһеҙ мөхиттән башлап, педагогтарҙың һөнәри камиллығына тиклем уҡыу өсөн уңайлы шарттарға нигеҙләнә.  “Осош” программаһы мәктәптәргә конкуренция өҫтөнлөктәрен бирә.

2019 йылда балалар баҡсаларына ясли төркөмдәрен ҡайтарыу башланды. Белем алыуҙың мәктәпкәсә баҫҡысына йәш ярымлыҡтар баҫты. Белем биреү йорттары мөмкинлеге сикле уҡыусыларға ла башҡалар менән тигеҙ мөмкинлектәр тәҡдим итә. Һәләтле балаларға иһә һәләт камиллаштырыр өҫтәмә шарттар бар. Мәктәптәрҙә кесе йәштән һөнәри йүнәлеш биреү хуплана. Һөнәри белем биреү йорттарында буласаҡ белгестәр халыҡ-ара конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ворлдскилс милли чемпионатында Башҡортостан вәкилдәре быйыл миҙалдар рейтингы буйынса Рәсәйҙә етенсе урынға сыҡты. Республика мәғарифы ҡаҙаныштары быйыл Рәсәйҙең 18 төбәгенән килгән 198 ойошма өсөн күргәҙмә-салонына әүерелде. Эксперт, спикер, модераторҙар – Рәсәйҙең федераль һәм төбәк алдынғы уҡыу йорттары профессорҙары нәҡ Өфөлә үҙҙәренең автор методикаларын тәҡдим итте, психолог, социолог, сәйәсмән һәм эшҡыуар тәжрибәһен уртаҡлашты. Мәғариф халыҡ-ара салонында белем биреү өлкәһе вәкилдәре ил күләмендә тығыҙ хеҙмәттәшлек килешеүҙәрен ҡорҙо.

Башҡортостан мәғарифы заманса белем биреүҙең берҙәм талаптарына ынтылып глобализацияның кире күренешенә лә юл ҡуймай. Быны быйыл үткән башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы дәлилләне. Мәртәбәле йыйында Республика башлығы туған телендә милли һөйләште модалы итергә, башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнергә өндәне. Бының өсөн ватандаштарҙы бергә булырға, башҡортса бер генә һүҙ белгән кешене лә үҙ итергә саҡырҙы.    

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика