2019 йыл Башҡорт милләтенә яңы һулыш өрҙө

Башҡорт халҡының артабанғы үҫеш нөктәһе, берҙәмлеккә һәм уртаҡ маҡсатҡа йүнәлеш билдәләү йыйыны. Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайына Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе. Башҡорт милләтле кешенең донъяла ҡабул ителгән образына үҙгәрештәр индерергә ваҡыт, тине республика етәксеһе.

Республикала башҡорт телен, уның мөмкинлектәрен донъя кимәлендә танытҡан шәхестәр бихисап, улар араһында Илдар һәм Рузилә Кинйәбулатовтар ҙа бар.

Телгә һөйөүҙе бала саҡтан тәрбиәләргә кәрәк, тигән фекерҙә Кинйәбулатовтар. Шуға ла балаларын башҡорт мөхитендә үҫтереү теләге менән йәштәр бер йыл элек Мәскәүҙән Башҡортостанға күсеп ҡайтҡан.

«Башҡорт проекттары» программаһы етәксеһе, «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» координаторы, күптәребеҙ ҡулланған башҡортса клавиатура авторы Илдар Кинйәбулатов башҡорт телен цифралаштырыуға күп көс һала. Төрлө гаджеттар менән бәләкәстән үк ҡуллана белгән балаларға туған телде өйрәнеү уңайлы ла, еңел дә булырға тейеш, ти Илдар. Телде, мәҙәниәтте цифра ярҙамында еткереү йәһәтенән  «Интерактив башҡорт теле», “Туған тел илселәре” проекттары, «IQ БалаБаш», «Инофонбаш» һәм «Әлләсе» мобиль ҡушымталары, тағы ла бихисап яңы ысулдар бар.

Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бергә туплау, телде өйрәнеү, үҫтереү йәһәтенән дә интернет селтәрҙәре ғәйәт ҙур көскә эйә. Шулай ҙа донъя селтәрен башҡорт телендәге сифатлы контент менән тулыландырыуҙа башҡараһы эштәр байтаҡ.

Июнь айында үткән Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ситтән килгән милләттәштәребеҙ ошондай мәсьәләне күтәреп сыҡты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҙ телдәрендә аралашһын өсөн хәҙер күп эш башҡарыла.

Төркиәнән килгән Азат Ҡолдәүләтовтың да теләге бойомға ашырына нигеҙ бар бөгөн. Тиҫтәләгән йылдар Башҡортостандан ситтә йәшәп тә бар йәмәғәт эшмәкәрлеген башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыуға, уны үҫтереүгә йүнәлткән йәштәр барлығы халҡыбыҙ өсөн оло табыш. Күптән түгел Рузилә һәм Илдар Кинйәбулатовтарҙың өр-яңы проекты донъя күрҙе. Проект республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Тап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 14-се декабрь – Башҡорт Теле көнө, тип иғлан ителде. Дата осраҡлы түгел, был көндә башҡорт шағиры, милләтенең атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Бөйөк мәғрифәтсенең 124 йәшен, Башҡорт теленең 1-се рәсми көнөн республика быйыл киң билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Республика башлығы был тәҡдимгә лә риза. Радий Хәбировтың муниципаль район һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән  осрашыуы йылы һәм ихлас аралашыу майҙанына әйләнде.

Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш, тип белдерҙе.

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Республиканан ситтә йәшәйәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар бер-береһе менән быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 36 дәреслек федераль исемлеккә инеү шатлығын да уртаҡлашты.

Рәсми ултырыштар ҙа хәҙер райондарҙа башҡорт телендә үтә. Уны үткәреү башланғысын район һәм ҡалалрҙа дәррәү күтәреп алдылар. Күптән түгел башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ла тупланды. Ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләгән башҡорт ижтимағи ойошмаларын берләштерәсәк. Автономия ойоштороу ил кимәлендәге программаларҙа ҡатнашыу, гранттар яулау мөмкинлеге аса.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә 1 миллион 584 мең башҡорт бар. Шуларҙың 1 миллион 172 меңе Башҡортостанда йәшәй. Йәғни, һандарға ҡарағанда,  милләттәштәребеҙҙең 26 проценты Башҡортостандан ситтә көн күрә. Тап улар менән тығыҙ бәйләнештә булғанда ғына беҙҙең халҡыбыҙ үҙ телен юғалтмаясаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика