Мәҙәниәттәге йыл йомғаҡтары

Мәҙәни саралар аша ла тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Рәсәй төбәктәре башҡорттары Өфөлә концерттар менән сығыш яһаны, ә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре башҡа төбәктәргә юлланды. Йыл башынан алып бөгөнгәсә төбәктәге мәҙәни ваҡиғаларға байҡау яһағанда шуны әйтер инем — был юҫыҡта йыл сағыу, күп төрлө һәм яңылыҡтарға бай булды….

2019 йыл беҙҙең төбәккә ҙур юбилей даталары менән килде. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған мәҙәни саралар төбәк халҡын ғына түгел, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә тотошлай үҙенә йәлеп итте. Юбилей уңайынан Башҡортостан Башлығы грантына Булат Йосоповтың «Беренсе республика»  фильмы донъя күрҙе. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин, Вәлиулла  Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина һәм  Башҡорт  Автономиялы Республикаһын төрлө яҡлап күтәргән алдынғы шәхестәрҙең яҙмышы бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Фильм республика һәм күрше төбәктәрҙе урап сыҡты.

Өфө йыл буйына салют уттарында балҡып торҙо. 4 көн барған «Евразия йөрәге» фестивале тамашасылары өсөн ул хатта йолаға әйләнде. «Ватан» этно-паркы амфитеатрында уҙған концерттарға 200 меңдән ашыу тамашасы килде. Башҡортостан артистары менән бергә Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһаны унда. Милли кейем парады 3 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Тотош республиканан 200 ҡурайсы башҡорт халыҡ көйө «Урал»ды башҡарҙы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тормошо һәм ижады йыл дауамында йәмәғәтселек иғтибары үҙәгендә булды. Алмата ҡалаһындағы урамдырҙың береһенә, “Өфө” Аэропортына әҙип исеме бирелде. Түбәнге Новгородтағы заводта төҙөлгән заманса круиз лайнеры ла Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Төрлө бәйгеләр, ижади кисәләр үтте, уның пьесаларына спектаклдәр ҡуйылды. Ә тыуған көнөнә кинорежиссер Айнур Асҡаров Мостафа Сафа улының  “Өс таған” повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған отряды” фильмын бүләк итте. Күренекле Рәсәй режиссеры Александр Галибин әҙиптең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөргән “Һеңлекәш” фильмы прокат буйынса рекорд ҡуйҙы, бихисап фестивалдәрҙә еңеү яуланы. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был кинотаҫманы һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән һәм Республикабыҙҙы, уның мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған иң яҡшы фильм, уны райондарҙа ғына түгел, һәр мәктәптә күрһәтергә тейешбеҙ, тип белдерҙе.

Ә киләһе яңылыҡ донъя премьераһынан һәм донъя кимәлендәге күренекле яҡташыбыҙ тураһында. Рейф Файнстың “Нуриев. Аҡ ҡарға” исемле драматик фильмын да тамашасылар йылы ҡабул итте. Ул легендар бейеүсе Рудольф Нуриевтың бала сағынан алып Францияға гастролгә сыҡҡанына тиклемге арауыҡтағы биографияһын сағылдыра.

Владивосток ҡалаһында Бөтә Рәсәй театр марафоны старт алды. Театр йылының төп проекты эстафетаһы көнсығыштан алып көнбайышҡа ҡарай ҡаланан-ҡалаға тапшырыла барҙы. Ә Республика эсендә милли театрҙар марафоны геүләне. Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәртәбәле байрам менән коллективты Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡотланы. Башҡорт дәүләт театры борондан алып илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә, тиелә телеграммала. Ә республика башлығы Радий Хәбиров театр артистарына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Коллективтың «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле” менән  25-се тапҡыр уҙғарылған  «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премия – фестивале лауреаты исемен яулауы театр тарихына тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булып инде.

Ә 7-се тапҡыр уҙғарылған һәм 7 көн дауамында барған төрки телле халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале быйыл тамашасыларға 13 спектакль бүләк итте.  Сараға – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа төбәктәрҙән театр әһелдәре йыйылды. Фестивалдә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусыға СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова исемендәге махсус бүләк тапшырылды.

Сибай ҡалаһында иһә “Мәҙәниәт марафоны” гөрләне.  Уның барышында республиканың билдәле сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, театр әһелдәре концерттар, спектаклдәр күрһәтте.

Ә Башҡортостандың ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт алды. Яңы ижади бәйге 2020 йылдың октябренә тиклем барасаҡ.

Артабан донъя кимәлендәге сәхнәләрҙә билдәлелек яулаған йырсы тураһында мәғлүмәт. Күренекле яҡташыбыҙ, опера йырсыһы үҙен режиссер һөнәрендә һынаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Аттила” операһын ҡуйҙы. Башҡортостан көслө опера мәктәбе менән хаҡлы ғорурлана ала. Бөйөк педагогтарҙың береһе Миләүшә Мортазина хаҡында 2019-ҙа китап донъя күрҙе. «Ижад — бәхет синонимы. Профессор М. Ғ. Мортазина менән диалогтар». Уның  авторы беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Миләүшә Иҙрисова.

Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына ла 85 йыл тулды. Милли телевидениеның һәм кино сәнғәтенең нигеҙендә торған арҙаҡлы шәхесте  хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары эскерһеҙ, тырыш, йәнен-тәнен аямай бирелеп китеп ижад итеүе, яҡшы дуҫ, атай булыуы өсөн яратып иҫкә ала.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан  “8 кистә – 80 йондоҙло йыл» проектын тәҡдим итте. Ул филармонияның  асылғандан алып беҙҙең көндәргәсә тарихына арналды.

Йыл дауамында Фольклориадаға әҙерлек дауам итте. Башҡортостан халыҡ-ара фольклор фестивален ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер тиерлек. Өфөлә СИОФФ  президенты  Филипп Боссан  төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашҡанында әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт ҡалды.

Башҡортостанда этнофестивалдәр һаны йәнә берәүгә артып, ул йыл һайын даими үткәреләсәк. Һүҙ быйыл беренсегә уҙған “Торатау йыйыны” республика байрамы тураһында. «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, буҙа эшләүселәр конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, «Ылаҡ» күрһәтмә сығыштары, «Мәргән уҡсы» һәм башҡа уйындар  уҙҙы. Байрам ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән концерт, дискотека һәм Торатау битләүендәге лазерлы шоу ҙа бик күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр. Көндөҙ телеүҙәк алдында башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыуҙа ҡатнашҡан  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ла Торатау йыйынының төп ҡунаҡтары рәтендә булды.

Республика халыҡ-ара форумдар үҙәге булды. Өфө   “Мосафир” этник музыка форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.  Тамашасылар Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең көй-моңдарынан торған концерттар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре шаһиты булды.

Башҡортостан яҙыусылар берлеге быйыл — 85, ә Зәйнәб Биишева исемендәге Китап нәшриәте — 100, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 80 йыллыҡ юбилейҙарын  билдәләне. Быйыл бейеү ансамбле бер көн дә буш торманы. Үҙҙәре лә бейеп, тамашасыларын да бейетеп өлгөрҙө  Ғәскәров ансамбле бейеүселәре. Социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителгән  “Мин башҡортса бейейем” флешмобын тап улар башлап ебәрҙе. Бер нисә видеодәрестәр үткәреп, республика көнөндә “Гөлнәзирә”  бейеүен бергә башҡарып флешмобҡа йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан халҡы бейеү сире менән ауырыны, тиһәм бер ҙә шаштырыу булмаҫ. Интернет селтәре сентябрь башынан алып бейеү флешмобына ҡушылыусыларҙың видеояҙмалары менән тулды. Радий Фәрит улы Хәбиров иғлан иткән башҡортостанлылар хештегы аҫтында башланған бейеү флешмобы башҡорт бейеүҙәрен яратыусыларҙы тағы ла тоҡандырып ебәрҙе. Уларға Зәйнетдиндең  ижадына ғашиҡтар ҙа дәррәү ҡушылды.

Шулай ҙа иң күп кешене йәлеп иткән флешмоб – Шайморатов генерал йырын башҡарыу буйынса булғандыр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ойошторҙо был флешмобты.  Меңәрләгән кеше һәм төркөмдәр  ҡатнашты унда. Билдәле артистар был сараны күтәреп алды.

Концертҡа барырғамы, спектаклгәме, ҡайһы күргәҙмәгә өлгөрөргә, бәйгеләргә ҡайһы ваҡыт әҙерләнергә, алыҫ юлға ла йыйыныр кәрәк, репетициялар һәм башҡа мәшәҡәттәр менән  2019 йылда ҡайнап йәшәне  Башҡортостан  халҡы.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика