2020 йылда беҙҙе ниҙәр көтә?

Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. Яңы йылға ғына түгел, яңы мөсәлгә аяҡ баҫҡанда йондоҙҙар нимә вәғҙәләй. Көнсығыш календарен Ҡомаҡ, йәғни, сысҡан йылы асып ебәрә. Әлбиттә, риүәйәткә ярашлы, сысҡандың тәүге рәттә тороуы ғәҙел түгел, сөнки ул үгеҙҙең елкәһенән үрмәләп менән лә, иң юғары нөктәне биләй. Шулай ҙа йыл хужаһы булараҡ- сысҡан, ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ тип ышанайыҡ.

Һәр кемебеҙ яңы йылда ғүмеренең өр-яңы, уңышлы, бәхетле биттәре асылһын тип теләй. Тылсымлы байрам төнөндәге юрауҙарға ла ихлас ышанабыҙ. 

Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. 2020 йыл – тимер күк, йәки аҡ төҫтәге ҡомаҡ йылы тип нарыҡланған.  Башҡортса аҡ сысҡан йылы тиһәк дөрөҫ булыр. Сысҡан йылы- ун ике йылдан торған мөсәлде асып ебәрә. Шуға күрә киләһе йыл беҙгә нимә алып килер тигән һорау күптәрҙе борсой. Уңыштарға бай булырмы, оло һынауҙар ҡуйырмы…

Астрологтарҙың фекере буйынса 2020-лә иҡтисади үҫеш көтөлә. Шулай уҡ ауыл хужалығында ла ярайһы ғына уңыштарға өлгәшәсәкбеҙ. Сәйәсәттә тотороҡлолоҡ фаразлана. Илебеҙҙең иҡтисади хәленең ышаныслы була барыуы эшҡыуарлыҡтың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

2020 кәбисә йылы. Беҙҙе 365 түгел, 366 көн көтә. Көнсығыш илдәрендә ҡомаҡты бөхтәлек һәм инсафлылыҡ, байлыҡ һәм именлек билдәһе тиҙәр. Ҡытайҙа ҡомаҡ астан интегеүселәргә дөгө орлоғо алып килеүсе милли герой.

Йылдың нисек килеүе алдағы 11 йылдың нигеҙен тәшкил итә. Шулай булғас яңы мөсәлгә баштағы уй-ниәттәрҙе ипкә килтереп, аныҡ маҡсаттар ҡуйып аяҡ баҫыу зарур.

Өҫтәлгә ниндәй ризыҡ ҡуйырға, Яҡындарығыҙға ниндәй бүләктәр әҙерләргә, барыһын да алдан хәстәрләү зарур. Сөнки сысҡандар зауыҡлынан бигерәк хужалыҡта ҡулланырлыҡ уңайлы, йәтеш бүләктәргә бик тә шат булыр. Шулай ҙа киләһе йылда бәхетте эләктергегеҙ килһә байрам өҫтәленә «ҡаптырғыс” уҡ ҡуймаһағыҙ ҙа, сысҡанды үҙегеҙҙең яҡҡа әүрәтерлек сыр йә бойҙай һибеп ҡуйырға онотмағыҙ.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика