Мишкә ауылы - фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы

Ғөрөф-ғәҙәт, йола, телде һаҡлап ҡалыу йәһәтенән уҙғарылған проектта ҡатнашып, тап Мишкә ауылы мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Теүәл бер йыл был ауыл мәҙәни саралар уҙғарып, төрлө ил ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ. Ханты-Манси, Карелия, Мари Ил, Мордовия, Удмуртиянан килгән ҡунаҡтарҙы, ғәҙәттәгесә, һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Йола буйынса,  йыл һайын фин-уғырҙар йәшәгән төбәктәр үҙенең мәҙәни баш ҡалаһын билдәләй. Быйыл Башҡортостандың тап Мишкә ауылы лайыҡлы статусҡа эйә булыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Урындағы халыҡтың өҙә баҫып бейеүе, йыр-моңға оҫта булыуы был исемде тулыһынса дәлилләй.Мишкә ауылында ете меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың етмеш проценты мариҙар. Халыҡ йолаларын таратыу һәм, иң мөһиме, телде һаҡлап ҡалыу-проекттың төп маҡсаты. Ул 2011-се йылдан алып ғәмәлдә.

Мишкә ауылына фин-уғыр донъяһының баш ҡалаһы статусын тапшырырға Мари Ил республикаһының Шоруньжа ауылы вәкилдәре килде.   Был ҡошто бушҡа ғына бәхет ҡошо тип йөрөтмәйҙәр. Йыл дауамында ул ауылға ҡот бирәсәк, мәҙәни яҡтан үҫеш алға барасаҡ, тип фаразлана.Проект фин-уғыр телдәрендә һөйләшкән халыҡты берләштереп кенә ҡалмай, ә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә лә йүнәлтелгән. Мишкә ауылының мәртәбәле статусҡа эйә булыуы айҡанлы, быйыл республикала бик күп саралар уҙғарылыуы көтөлә.Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Артабан теләгән һәр кем башҡа республика вәкилдәре менән яҡындан таныша алды, уларға төрлө һорауҙар бирҙе.

Концерттан һуң, ҡунаҡтар Шорыҡйол-мари милли байрамын ҡаршы алырға юлланды. Шорыкйол – насар энергиянан, уйҙарҙан арыныу, уларҙы иҫке йылда ҡалдырып китеү, ә яңы йылдан, киреһенсә, мөғжизә көтөү, яҡшыға ышаныу, ти марый халҡы. Был байрамда һәр кешенең өҫтәле һый-хөрмәттән, милли аҙыҡтан һығылып тороуы мөһим. Сөнки ҡунаҡтарҙың көтөлмәгән ваҡытта килеп инеүе ихтимал. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, мейес эсендә ҡоймаҡ ҡойоу-йоланың бер сағылышы. Был йоланы ябай тип әйтеп булмай.

Ризыҡты әҙерләгән ваҡытта хужабикәләр тормош яҡшы булһын, халыҡ араһында дуҫлыҡ ебе өҙөлмәһен тигән теләктәрен әйтә. Ҡоймаҡ әҙер булғас, уны табынға оҙаталар.Аш-һыуҙы ауыҙ иткәндән һуң, ҡунаҡтар йәш ҡыҙҙарҙың ҡойма аша быйма ырғытып, ҡайһы яҡҡа кейәүгә сығыу юрауын ҡарарға ашыҡты.Мишкә ауылы фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы исемен бер йыл йөрөтәсәк. Проект сиктәрендә 2020-се йылда төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Өҫтәүенә, быйыл Мишкә районына биш меңдән ашыу турист килер тип көтөлә. Проект йыл аҙағында тамамланасаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020