Өфөлә ир кеше тюбингта шыуған ваҡытта һәләк булған

Фажиғәле хәл “Трамплин” туҡталышы янындағы биләмәлә теркәлә. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башланы. Йылдың тәүге аҙнаһында ғына баш ҡалала тауҙан шыуып 14 кеше зыян күргән. Тулыраҡ Ғәзиз Лоҡманов репортажында. Йәшел сауҡалыҡтағы урман массивында саңғысылар өсөн тәғәйен махсус трассалар бихисап. Шуға ла тау шыуырға яратыусылар бынан өҙөлмәй. 7 ғинуар көндө лә 64 йәшлек ир ейәнсәренең күңелен күрәм тип бында тюбингта шыуырға килә. Әммә идара итеү һәләтен юғалтып ағасҡа бәрелә.

Аҙаҡ табиптар асыҡлауынса, тауҙан шыуған ваҡытта уҡ ул иҫен юғалтҡан. Һөҙөмтәлә ир кеше ваҡиға урынында һәләк була, бәхеткә 7 шәйлек ҡыҙ иҫән ҡала. Әммә фажиғәле хәл дә, ҡотҡарыусыларҙың һәр береһен ҡулынан тотоп иҫкәртеүе лә тау шыуыуҙың күңелле яғын ғына күргәндәрҙе туҡтатмай.

Ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре, йәмәғәт именлеге хеҙмәткәрҙәре рейд барышында олоһона ла кесеһенә лә ентекләп аңлатырға тырыша, әммә тәү сиратта именлек булыуын күптәр аңларға ла теләмәй. Экстрим яратыусылар өсөн ҡала тирәһендә махсус трассалар етерлек. Тик күптәр тау шыуыр өсөн махсуслашмағанын, әммә бушлайын һайлай.

Торатау Конгресс-Холлы артындағы амфитеатр ҡыйыуҙар һәм йәрәхәт алыусылар һаны буйынса рекордсмен. Мәҫәлән был видеолағы 8 йәшлек ҡыҙ өсөн күңел асыу сараһы күңелһеҙ тамамлана. Тюбинг ҡар өйөмөндә һикереп ҡыҙҙы ситкә алып ташлай.

Һөҙөмтәлә баланың умыртҡа һөйәге һына. Хәйер был ваҡиға геройы өсөн ул яҡшы тамамлана, әле ҡыҙ аяҡҡа баҫҡан. Алина хәҙер уйындан уймаҡ та сығыуы барын яҡшы аңлай. “Ватан” амфитеаттры һырты әле лә шат бала тауыштарынан тынмай. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүенә кемдер иғтибар итә. Кемдер инҡар итеп, күңелһеҙ хәл беҙҙе урап үтә тип ышана. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында баш ҡалала ғына тауҙан шыуып 14 кеше төрлө йәрәғәттәр алған. Уларҙың яртыһы рөхсәтһеҙ урындарҙа теркәлгән. Ә Өфөлә 7 ғинуарҙа теркәлгән фажиғәле хәл тураһында хәҙер бер тотам һулыған сәскәләр генә иҫкәртә. Башҡаларҙы тюбинг, саналарҙа шыуыу күңелле генә түгел хәүефле лә булыуы хаҡында…

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика