Өфө ихаталарын кем таҙартыр?

Өфө урамдарын көрт баҫа ә эшселәр һаны кәмей. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәткәргәргә саманан артыҡ эшләргә тура килә, биләмәләрҙе таҙартыу сифаты ла насарая. Ни өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡытлыҡ кисерә? Яҫы, ҙур, осло һәм бәләкәй көрәк… Эш ҡоралдарын һауа торошона ҡарап һайлап алабыҙ, ти урам һепереүсе Флүзә Батталова. Ханым теүәл 25 йыл үҙ һөнәренә тоғро. Ошо ваҡыт эсендә баш ҡаланың әллә күпме ихатаһын таҙартырға тура килә уға.

Ярты ғүмерен бер эшкә бағышлаған Флүзә Батталованы урындағы халыҡ та күптән белеп бөткән. Эшен һәр ваҡыт яратып башҡара, еренә еткереп ҡуя, ти эргә-тирәгеләр. Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эше сәғәт таңғы алтынан башлана. Һынаулы ваҡыт эсендә улар ихатаны тулыһынса ҡарҙан әрсергә тейеш.

Эшселәр иң тәүҙә күп ҡатлы йорттарҙың подьезд алдарын таҙартып сыға. Эштең тамамланыу ваҡыты билдәле түгел, сөнки ихаталағы ҡарҙы таҙартыу һауа торошона бәйле.

Өфөлә бөтәһе һигеҙ торлаҡ хужалығы менән идарасы  компания эшләй. Әле штатта талап ителгән ике мең хеҙмәткәр урынына, ни бары 800-ләгән генә кеше иҫәпләнә. Еңел булмаған эшкә килеүселәр һаны йылдан-йыл кәмей.

Һауа торошо үҙгәреп, ҡар күпләп яуған осраҡта, урам һепереүселәргә ауырға тура килә. Шуға ла йыш ҡына торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы слесарь-сантехниктарҙы, балта оҫталарын, сүп-сар йыйыусы һәм подъезд йыуыусыларҙы был эшкә йәлеп итергә тура килә.

Кадрҙарға ҡытлыҡты эш хаҡының түбән булыуы һәм ялһыҙ эшләү менән аңлаталар. Билдәле булыуынса, оҙаҡ йылдар дауамында урам һепереүсе булып эшләүселәргә социаль ярҙам-торлаҡ та вәғәҙә итеп ҡаранылар. Әммә уны юллар өсөн һынап бөтмәҫлек документ һәм ваҡыт талап ителә. Эш стажын теүәл үтәгән Флүзә Батталоваға, мәҫәлән, былтыр яңы фатир биргәндәр, әммә ваҡытлыса ғына.

Әле ханым был фатирҙа улы һәм килене менән донъя көтә. Әммә торлаҡ килешеү буйынса өс йылға ғына иҫәпләнгән. Урам һепереүселәр өсөн лайыҡлы эш хаҡы һәм социаль ярҙам булһа, эшләргә теләүселәр һаны ла артыр ине. Бәлки шул саҡта Өфө ихаталары ла ваҡытында таҙартыла башлар ине тигән ышаныс нығына.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика