Ярҙам кәрәк

Рәсәй телеканалының РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһы дауам итә. Хеҙмәттәшлек осоронда йөҙҙәрсә миллион һум аҡса йыйылған, бик көп балаға ярҙам ителгән. Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Самираға ла ярҙам кәрәк. Зиннәтовтар ғаиләһе ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙҙын ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Ун йәшлек Самира ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала. Тиҫтерҙәренән ҡалышҡанын балаға өс ай тигәндә әсәһе һиҙеп ҡала. Уға табиптар тыумыштан балалар церебраль фалижы, тигән диагноз ҡуя. Әлбиттә, ата-әсәй ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Өс йыл элек сабый медицина технологиялары институтында  дауаланыу үтә. Табиптар әйтеүенсә, махсус дауалау курсын үткәс ҡыҙ беренсе аҙымдарын яһай,  һүҙҙәр әйтергә лә өйрәнә. Тормошто яратыусан, шат күңелле бала әле коррекцион мәктәптә ситтән тороп белем ала.

Тормошҡа яраҡлашыу өсөн Самираға артабан да дауаланыу курсын дауам итеү кәрәк. Бының өсөн йыл һайын 200 мең һумдан ашыу сығым талап ителә. Ата-әсәнең яҡын-арала был сумманы йыйыу мөмкинлеге юҡ. Самираның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Зиннәтовтар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Ҡыҙға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин. Әгәр телефон операторы һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Самираның яҙмышын үҙгәртергә ярҙам итер.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде

 Беренсе вице-премьер Илшат Тажитдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән сығымдарҙың 91,6 проценты үҙләштерелгән. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла. Маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының...

23 января 2020
Смотреть видео Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде

 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ...

23 января 2020
Яндекс.Метрика