Башҡортостан марийҙары Яңы йылын ҡаршылай

Бөгөн иҫкесә Яңы йыл. Уны ҡаршы алыу күп илдәрҙә һаҡланып ҡалған. Ә ҡайһы бер халыҡтар өсөн йыл башы бөтөнләй икенсе көндәргә тура килә. Япондар мәҫәлән уны иң оҙайлы билдәләүсе халыҡ булараҡ билдәле. Уларҙан ҡалыша марыйҙар – мәжүсиҙәрҙә байрам бер аҙнаға һуҙыла. Башҡортостан марыйҙары йыл да Шорыҡ йол ҡаршылай. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.

Ҡотлоҡаевтар йортонда иртә таңдан тәмле ҡоймаҡ еҫе тарала. Мишкә районы Букленды ауылындағы иң оло ғаиләләрҙең береһе булараҡ, улар башҡа туғандарын үҙендә ҡунаҡҡа йыя. Ҡоймаҡтан тыш, бәлештәр, бутҡа, ит ризыҡтары өҫтәлдән урын ала. Өҫтәлгә мул ризыҡ әҙерләп марыйҙар йылдың уңышлы килеүен теләй. Ә байлыҡ һәр ғаиләгә еңел килһен өсөн, майға аҡса ҡуялар. Унда ҡунаҡтарҙың да тимер тәнкәләре урын ала. Ә ғаилә башлығы, марыйҙар үҙ телендә уны суртан тип йөрөтә, уларҙы икмәк менән тәбрикләй.

Артабан һәр кем унан ауыҙ итә, йыл мул уңыш менән һөйөндөрһөн, бәрәкәтле булһын, тип юрай. Байрам йырҙары ҡунаҡ ашының иң йәмле мәле. Яланда үҫкән еләк суҡтары кеүек бергә булайыҡ, тиелә йырҙа. Бейеүҙәр ҙә берҙәмлекте сағылдыра.

Марыйҙар яңы йылды бер аҙна билдәләй. Уның тәүге көнө ғинуарҙың беренсе кесаҙнаһына тура килә. Шорыҡйол, тәржемә иткәндә, һарыҡ тояғы тип атала ул. Юрауҙың төп алымы ла шуға күрә һарыҡ тотоу менән бәйле. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҡатнаша унда. Ул тома ҡараңғыла башҡарыла. Ҡара тәкә тояғын тотҡан һылыу ҡара сәсле егеткә, ағын тотҡан – һары сәслеһенә сыға, ә бәрәс эләкһә, үҙенән күпкә йәшерәк буласаҡ кейәү егете.

Ә ҡойма аша быйма ташлау – иң киң таралған йолаларҙың береһе. Быйма ҡуңысы ҡайһы яҡҡа төшөүенә ҡарап, егеттең ҡыҙҙы һоратырға ҡайһы ауылдан киләсәген юрайҙар. Кәртә-ҡура эйәһе лә хатта байрамдан ситтә ҡалмай. Таң менән ҡойолған ҡоймаҡтан уға ла өлөш тәтей. Ә был ваҡытта ауыл урамдары буйлап ҡыңғыраулы атта савляйҙар елә. Улар кеше танымаҫлыҡ итеп кейенә, битен ҡаплай. Йорттан-йортҡа йөрөп, ҡунаҡ була, теләктәр теләй. Хужалар уларҙы ҡунаҡ итә. Хужабикәләр алдан уҡ байрам өсөн махсус сәй әҙерләй.

Урам буйлап үткән савляйҙарға осраған һәр кем мотлаҡ көрттә аунатыла. Ә байрамдың иң күңелле өлөшө – бөтә ауыл халҡының бергәләшеп тауҙан шыуыуы. Байрам һуңында шорыҡйолдың төп символы – һәрыҡ  толобоноң тиҫкәре яғын әйләндереп кейгән савляй ҡарҙа аунай, толобон ҡағып, әйләндереп кейә. Был бөтә яманлыҡтың үткән йылда ҡалыуы, ә яңы йылдың таҙа, саф булыуына ишара.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

1 час 56 минут назад
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

1 час 58 минут назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

1 час 59 минут назад
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

1 час 59 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

2 часа 29 секунд назад
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика