Айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде

Үлем осраҡтары ике тапҡырға аҙыраҡ. Хөкүмәттә айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде. Ауыл хужалығында йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, тыуымды арттырыу буйынса киләсәккә пландар билдәләнде. 950 рейд барышында 1 тоннанан ашыу спиртлы эсемлек тартып алынған. Яңы йыл каникулдары ваҡытында алкоголле эсемлек һатыу ваҡытын сикләү тәртибен боҙғандарға 183 административ эш ҡуҙғатылған. Төп һөҙөмтә спиртлы эсемлектән ағыуланып һәләк булыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда 4 тапҡырға аҙыраҡ. Яңы алымдың ыңғай тәьҫирен ҡотҡарыу хеҙмәттәре лә йәшермәй. Мәҫәлән, йылдың тәүге аҙнаһында янғын осраҡтары 19 процентҡа кәмегән, ут йыш ҡына тап эске булған йортта сыға. Былтыр ошо ваҡыт эсендә 20 кеше уттан һәләк булһа, быйыл һан 4 тапҡырға аҙыраҡ. Радий Хәбиров һөҙөмтәләрҙе анализлап эште дауам итергә саҡырҙы.

Үлем һанын кәметеү менән бер рәттән тыуымды арттырыу. Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны “соҡорға” һөйрәй. Бында дәүләт яғынан матди ярҙам ғына мәсьәләне хәл итмәйәсәген Мәскәү ғалимдары ла раҫлай. Респонденттарҙың яртыһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам, һалым буйынса ташлама, балалар баҡсаһы, мәктәп, йәғни, социаль инфраструктура булыуын төп шарт, тип билдәләй. Әле Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана, был өҫтәмә ярҙам саралары киләһе 5 йылда яңы тыуған балалар һанын 8 меңгә арттырырға тейеш.Айырым райондар үҙ программаларын булдыра, мәҫәлән Салауат ҡалаһында игеҙ бала тыуғанда 50 һәм 100 мең һум түләйҙәр, Илеш һәм Ҡариҙелдә ЭКО процедураһын өлөшләтә түләшәләр, 26 муниципалитетта ер һалымына льгота ҡаралған. Республика етәксеһе райондарға студенттар менән бәйләнеште ныҡ тоторға саҡырҙы.

Республикала былтыр тыуым 10 процентҡа кәмегән, һандарҙы ауыл райондары ғына тотоп килә тиелде кәңәшмәлә. Тап ауыл хужалығының торошо демографик тотороҡлоҡ менән туранан-тура бәйле. Оператив кәңәшмә барышында аграр тармаҡтың йыл йомғаҡтары барланды. Башҡортостан иген, май культуралары, һөт һәм шәкәр сөгөлдөрөн үҙебеҙгә етерлегенән артығы менән етештергән, шул уҡ ваҡытта йәшелсә буйынса ихтыяж ни бары яртылаш ҡына үтәлә, тауыҡ һәм сусҡа ите етешмәй. Үҫеш вәғәҙәләгән сараларҙың береһе быйыл 20-ләгән яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Мегафермалар менән бер рәттән фермерлыҡ һәм кооперативтарҙы ла үҫтереү маҡсат.Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә көн ҡаҙағындағы йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. Был айҙа Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙә йәшәүселәр фатир йылытыу өсөн бер нисә тапҡырға юғарыраҡ сумма менән квитанция алған. Һандар үҙгәреүе түләүҙең яңы тәртибенә күсеү һәм БашРТС менән тура килешеүҙәргә бәйле.  Торлаҡ инспекцияһы 2 аҙна эсендә тулы тикшереү уҙғарасаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020