Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр артҡан

Яңы йыл байрамдары ваҡытында ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артҡан. Батырлыҡҡа тиң аҙымдарға барырға тура килгән һөнәр эйәләре тураһында күптәр белеп тә бөтмәй. Диспетчерҙың бойроғон ишетеү менән ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыуға ашыға. Кәрәкле медикаменттар тултырылған сумаҙанды һәм тейешле ҡағыҙҙарҙы алып, белгестәр ауырыуға юллана. . Тиҙ ярҙам машинаһы саҡырыуға 20 минут эсендә барып етергә тейеш. Был юлы бригада тейешле адресҡа биш минутта өлгәште. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ишек төбөндә ауырыуҙың яҡындары көтөп тә тора ине. Улар фатирға үтергә рөхсәт итмәне. Табип менән фельдшер ярҙам күрһәткәнсе, водитель менән аралаштыҡ. Наил Фәттәхов 17 йыл элек махсус машинаның руле артына ултырған. Был ваҡыт эсендә ул ниндәй генә хәлдәргә тарымай, хатта ғүмеренә хәүеф менән янаған осраҡтар ҙа  булған.

Табиптар ауырыу янынан сығып, машинаға ултырыу менән икенсе саҡырыу килде.45 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле тапбип Михаил Бычков әйтеүенсә, өҙлөкһөҙ бер саҡырыуҙан икенсеһенә йыш йөрөргә тура килә. Бигерәк тә, яңы йыл байрамдарында спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланып, һаулығы насарайған кешеләр күп осрай, ти табип.Михаил Бычков неврология ауырыуҙарында махсуслашҡан Өфөләге берҙән-бер бригада табибы. Уларҙы башлыса кешегә инсульт булғанда йә фалиж һуҡҡанда саҡыртылар.Асыҡланыуынса, 73 йәшлек ҡатынды икенсе тапҡыр инсульт һуҡҡан. Табиптар уны тиҙ арала дауаханаға алып китергә хәл итә. Яҡындары ярҙамында пациентты ашығыс ярҙам машинаһына сығарып һалдылар. Һәм водитель махсус сигналды тоҡандырып юлға сыҡты. Наил Фәттәхов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта водителдәрҙең машина йөрөтөү мәҙәниәте яҡшырған. Бәлки закондарҙың ҡатыланыуы ла ыңғай тәьҫир иткәндер, ти ул. Махсус сигналдар менән китеп барған автомобилгә юл бирмәгән өсөн штраф күләме ун тапҡырға артып, хәҙер 5 мең тәшкил итә. Әгәр ҙә ҡамасаулаған водитель арҡаһында пациенттың ғүмере өҙөлһә, ул дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Бәхеткә күрә, был тиҙ ярҙам машинаһына юлда ҡамасаулаусылар булманы. Тик дауаханаға килеп етеү менән – тәүге ҡаршылыҡҡа осраны.Пациент ауыр хәлдә булған осраҡта һәр минут ҡәҙерле. Шуға кешенең ғүмере автоһәүәҫкәрҙәрҙең тәртиплегенән һәм тиҙ ярҙам машинаһы водителенең оҫталығына лә бәйле. Шулай ҙа иң мөһиме — табиптың дөрөҫ диагноз ҡуйыуы. Икенсе тапҡыр инсульт кисергән ҡатынды Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының нейрососуд бүлегенә алып килеп тапшырҙылар.Яңы йылдан ашығыс медицина ярҙамы бригадаларының эшендә бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә бар. Әгәр ҙә быға тиклем пациентты иң яҡын урынлашҡан дауаханаға илтһәләр, хәҙер ауырыуға тейешенсә ярҙам күрһәтә алырлыҡ профилле медицина учреждениеһына алып баралар. 73 йәшлек ҡатын 22-се дауаханала реабилитация үтәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әгәр ҙә уға ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, эҙемтәләр аяныслы булыр ине.Өфө ҡалаһы һәм районы буйынса берҙәм диспетчер үҙәге көн һайын өс меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Ә яңы йыл байрамдары ваҡытында был һан ике тапҡырға артҡан. Хәҙер инде ашығыс медицина бригадалары яйлап ғәҙәти эш режимына күсә.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде

 Беренсе вице-премьер Илшат Тажитдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән сығымдарҙың 91,6 проценты үҙләштерелгән. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла. Маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының...

23 января 2020
Смотреть видео Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде

 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ...

23 января 2020
Яндекс.Метрика