Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк

 Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Республика Хөкүмәте ултырышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостандың милли музейында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тотош зал арналған. Бындағы уҙенсәлекле әйберҙәр һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәр республикала йәшәгән һәр кем өсөн асыҡ һәм билдәле булырға тейеш. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына музей күсмә күргәҙмәләр әҙерләй. Төп урынды иһә 112-се кавалерия дивизияһы һәм генерал Шайморатов тураһындағы тарихи документтар ала.Республиканың бар ҡала һәм райондарында еңеү байрамына арналған тантаналар ойошторола. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған.

Күләмле саралар иһә Өфөлә 8-9 майҙа үтәсәк. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Хәйер, Еңеү көнөндә тәүгә үтәсәк саралар тағы ла бар. Быйыл Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк. “Үлемһеҙ полк” рәттәре лә быйыл былтырғы менән сағыштырғанда күләмлерәк булыр, тип көтөлә. Башҡалаға байрам тантаналарында ҡатнашырға һәр ҡала райондан икешәр ветеран юлланасаҡ. Һуғышта ҡатнашҡан һәм уларға тиңдәр, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр түләнәсәк аҡсалата ярҙам, башҡа социаль яҡлау саралары күрһәтеләсәк.Еңеү юбилейын билдәләүгә йәштәр ҙә әүҙем тотондо. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ ҡарамағындағы йөҙҙән ашыу сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ғәҙҙәттәге һәм яңы акцияларҙа мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, эҙәрмәндәр ҡатнаша.

Эҙәрмәндәр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Хәтер китабының өҫтәмә 23-сө томы нәшергә әҙерләнә. Һуңғы 25 йыл эсендә эҙәрмәндәр йәнә 10 меңдән ашыу яугирҙең яҙмышын асыҡлаған. Егерменсе быуаттың туҡһанынсы йылдарында Оборона министрлығының Америка Ҡушма Штаттары менән төҙөгән килешеүе һөҙөмтәһендә сит илгә сығарылған документтар, хәбәрһеҙ юғалған тип танылғандар исемлегендә яңы мәғлүмәттәр һәм эҙәрмән операциялары Хәтер китабына үҙгәрештәр индерә. Хәтер китабының өҫтәмә томын 9 май түгел, ә ил тарихындағы  төп хәтер көнө – 22 июнгә — баҫтырып сығарыу көтөлә. Бөйөк Еңеүҙең бөйөк юбилейына арналған марафон үткән йылдың 7 ноябрендә башҡаланың Еңеү паркынан старт алһа, тантаналарға 100 көн ҡалғас, 30 ғинуарҙа Каруанһарай сауҙа комплексы майҙанында иҫәп стелаһын ҡабыҙыу көтөлә.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика