Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар көтөлә. Мәҫәлән, Әсәлек капиталын 1-се бала тыуғанда уҡ бирә башлаясаҡтар. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләлә беренсе бала тыуғанда Әсәлек капиталы биреләсәк. Владимир Путин илдең закондар сығарыу палатаһы – Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен үҙе билдәләп киткәнсә илдең киләсәгенә тығыҙ бәйле йүнәлеш — демографиянан башланы. Был тармаҡтағы проблемалар күптән мәғлүм – 90-сы йылдарҙағы демографик соҡор, бала табыу йәшенең артыуы, бер балалыҡ, һ.б.

Ошондай шарттарҙа тыуымды арттырыу өсөн социаль инфраструктура булдырыу зарур. Балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, ясли төркөмдәрен арттырыуҙа үткән йылдарҙа ҡуйылған бурыстар үтәлмәгән, Владимир Путин төбәк етәкселәренә уны ҡайтанан йөкмәтте. Шулай ҙа тулы һәм бәхетле ғаилә ҡороуға ҡамасаулағаны реаль килемдең түбән булыуы тине Президент. Владимир Путин Әсәлек капиталы 2026 йыл аҙағына тиклем оҙайтыла, быйылдан 1-се балаға бирелә, ә икенсеһе тыуғанда 150 мең һумға арттырып түләнә. Баланың 3 йәшенә тиклем даими түләнә торған пособие быйылдан 10 мең һумға тиклем арттырылғайны. Ошо сумманың яртыһы хәҙер 3 йәштән 7 йәшкә тиклем дә түләнәсәк. Был ярҙам мохтаж ғаиләләр өсөн ҡаралған. 1-4 класс уҡыусылары тулыһынса бушлай йылы аш менән тәьмин ителә.

Был ғаиләнең килеменә лә, башҡа күрһәткестәргә лә ҡарамай. Башҡортостанда был тәңгәлдә эш күптән башланды: мәктәп ашханаларының матди техник базаһын нығытыла, берҙәм меню булдырылған. Демографияны хәл итеүҙә һәм тыуым артыуын ышанып ҡабул иткәндә мәғариф тармағын быға әленән әҙерләү зарур. Класс етәкселәренә федераль бюджеттан 5 мең өҫтәмә түләү тәрбиә эшенә ҡайтып ҡалһа, белем усаҡтарында урындарҙы балалар һанынан сығып баһалау һәм яңыларын төҙөү һәр уҡыусыға белем алыу өсөн тейешле шарт тыуҙырыу мҡсатынан сығып эшләнә. Юғары белем системаһына ла алдан яраҡлашыу зарур.Яңы уҡыу йылында юғары мәктәптә һөнәр алыуҙы медицина тармағы менән бәйләргә теләп бюджетҡа эләккәндәрҙең 70 проценты маҡсатлы йүнәлтмә буйынса буласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йыйылған мәсьәләләрҙе кадрҙарһыҙ хәл итеп булмаясаҡ тине Владимир Путин.

Эшкә ҡайтҡан табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы урындағы властар иңенә йөкмәтелде. Эш хаҡын бүлеүҙә берҙәм тәртип ҡулланыласаҡ. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәнең күп өлөшө социаль тармаҡҡа бәйле ине, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн хәйер иҡтисади нигеҙ бар. Владимир Путин 2019 йыл илдә профицит менән йомғаҡланыуын һәм инфляцияның тарихи минимумды яңыртып 3 процентта ҡалыуын билдәләп китте. Киләһе йылға башҡарма власть алдында эске тулайым продукт үҫешен башҡа илдәрҙекенән юғарыраҡ итеп башҡарыу, инвестицияларҙы йыл һайын кәмендә 5 процентҡа үҫтереү бурысын билдәләне Президент.

Экология мәсьәләләренә яуаплы ҡараш, фәнде йәшәртеү, реаль иҡтисадты цифралаштырыу, Еңеү тарихында дөрөҫлөктө яҡлауға ла сығышта ҙур иғтибар бүленде. Илдең сәйәси ҡоролошонда һуңғы 3 тиҫтә йылдағы тәүге тапҡыр үҙгәреш кисереүе көтөлмәгән яңылыҡ ине. Рәсәй Президент республикаһы булып ҡала, әммә унда парламенттың роле нығына. Депутаттар корпусы хөкүмәт рәйесе, уның урынбаҫарҙары, федераль министрҙарҙы раҫлау вәкәләтен ала. Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр исемлегендә урындағы властарҙың вәкәләттәрен һәм мөмкинлектәрен, ә төбәк етәкселәренең ролен үҫтереү ҙә бар.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты күңелһеҙ статистиканы иғлан итте. Үткән аҙнала Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу ҡорбандары һаны эҫе көндәргә туранан-тура бәйле. КИюль башынан республикала һыу ингәндә һәләк булғандар һаны 70-тән ашыу. Шуларҙың 70 проценты – һыуға иҫерек хәлдә...

29 июля 2020
Смотреть видео «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды | ГТРК «Башкортостан»

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды

Хәҙер халыҡ уны  ҡуйыу урынын тауыш биреү юлы менән билдәләргә тейеш. Тауыш биреү онлайн рәүештә барасаҡ. Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелеүе шиғриәт һөйөүселәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Баш ҡаланың беренсе май аллеяһында үткән шиғри флешмобта улар Өфөгә...

28 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла

Башҡортостанда көндә 2 меңдән ашыу ихата һәм 15 меңдән ашыу подъезда санитар эшкәртеү башҡарыла.  Эпидимиологик хәлгә ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары, туҡталыштар ғына түгел, шулай уҡ ял итеү урындары һәм балалар майҙансыҡтары ла эшкәртелә. Балалар майҙансыҡтары буш. Махсус кейемдәге...

28 июля 2020
Смотреть видео Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк

Санитар талаптар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең иң ябай һәм еңел юлы. Инеү бер, сығыу икенсе урында, битлек, бирсәткә, дезинфекция саралары һәм социаль дистанция – республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Сөнки бында көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә. Документ...

28 июля 2020
Яндекс.Метрика