Үҙебеҙҙә ит юҡмы ни?

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәтәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Ошонда уҡ балалар туҡланыуына бәйле һүҙ булды. Был тәңгәлдә етди контроль буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Кушнаренко районында балаларға Бразилиянан ҡайтарылған ит ашатҡандары билдәле. Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмә. Бында резиденттар бизнесҡа бәйле һөйләшеүҙәр үткәрә. Үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған, бушлай сәй, ҡәһеүә лә ҡойоп бирәләр.

“Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың күбеһе АйТи йүнәлешендә эшләүсе йүнселдәр. Черниковка биҫтәһендәге халыҡ телендә “Книжка” атамаһын алған 11 ҡатлы бина яҡын киләсәктә тулыһынса бизнесҡа башланғыс биреүсе нөктәгә әйләнергә тейеш. “Минең Бизнесым” үҙәгенең ике ҡатында әле ремонт эштәре бара. Был коворкинг үҙәк майҙандарын киңәйтергә һәм резиденттар һанын кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырға ярҙам итәсәк. Ә 5-6 кешенән торған компанияға тиклем үҫешкән йүнселдәр өсөн бында бизнес инкубатор буласаҡ. Унда юридик һәм бухгалтерия буйынса хеҙмәттәр тулыһынса бушлай. Тағы ла мини офистар, душ бүлмәһе, хатта йоҡо өсөн махсус капсулалар. Алдынғы илдәр өсөн ғәҙәтигә әүерелгән технопарктар 2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр ҡалала буласаҡ. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн булдырылған шарттар әленән үк яҡшы һөҙөмтәләр бирә.Һәр муниципалитетта эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яуаплы бизнес-шерифтарҙы КиПиАй, йәғни һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса баһалаясаҡтар. Һөҙөмтәһеҙҙәре менән хушлашасаҡбыҙ тине Радий Хәбиров.Етди контроль талап иткән мәсьәләләрҙең береһе – балалар туҡланыуына бәйле. Республика етәксеһе Өфө һәм Кушнаренко райондарындағы белем усаҡтарында Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек бөтөнләй булмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Һуңғыһында Бразилиянан ҡайтарылған ит ашатҡандар.Владимир Путин үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс синыфтарҙы бушлай ашатыу бурысын ҡуйғайны. Төбәктәрҙең 2023 йылға тиклем ваҡыты бар, Башҡортостандағы күп мәктәптәрҙә уны киләһе уҡыу йылынан башлайҙар. Президент сығышындағы тағы бер тема – медицина кадрҙары ла оператив кәңәшмәлә яңғыраны. 2019 йыл аҡ халатлылар һаны 354-кә артҡан.

Быйылға маҡсат 500 табипты өҫтәп эшкә алыу.Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар хаҡында доклад яңғыраны. 1 июлдән улар арта, әммә үҙгәреш 3,6 проценттан да юғары булмаясаҡ. Әрмегә көҙгө саҡырылыш һөҙөмтәләрен барлап Башҡортостан планда күрһәтелгән 4 мең ярым йәш егетте ил һағына оҙатҡаны билдәләнде. 207 егет саҡырыуҙан ҡасып ҡалған. Радий Фәрит улы хәрби хеҙмәткә барырға теләмәгәндәр үҙҙәренең карьераһына аяҡ сала тине. Үҙ-үҙенә аяҡ салыусылар – суррогат спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәш даими буласаҡ. Ә был көрәште алып барғандарҙы юридик йәһәттән яҡлау саралары күреләсәк. Вәғәҙә ителгәнсә, алкагОль менән законһыҙ сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр иткән 22 кеше аҡсалата премия алды тине Радий Хәбиров.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика