Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Бында көн һайын төрлө саралар уҙғарыла. Быйыл да тап был майҙанда Башҡортостан 24 телеканалы ҙур байрам ойоштора. 25 ғинуар, йәғни был шәмбе үткәреләсәк сараға әҙерлек эштәре етди бара. Студенттар көнөнә арнап үткәрелгән сараны  билдәле артистар сығыштары менән биҙәйәсәк.15 –тән ашыу төрлө башҡорт музыка ҡоралдарында көйҙәр сығарған һәм шул уҡ ваҡытта билдәле йырҙарға заманса аранжировкалар яһаусы башҡорт егете Зайнетдин ҙур шоу ойошторасаҡ. Бынан тыш, сарала конкурстар уҙғарыу ҡарала.

Әлбиттә, уйында ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.Бассейн, фитнес, дзюдо, ҡатнаш көрәш сәнғәте һәм башҡа спорт төрҙәренә абонементтар уйнатыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан 24 телеканалы партнеры КФС ресторандар селтәре  ҡунаҡтар өсөн үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләй.Был сараны икенсе төрлө дискотека тип әйтһәк тә бер ҙә хата булмаҫ. Ололар ҙа, студенттар ҙа үҙҙәренә оҡшаған йырҙарҙы тыңлай ала. Дөйөм алып әйткәндә, сараға килеүселәр өсөн конькиҙа шыуыу ғына түгел, ә күңел асыу мөмкинлеге булдырыла. Сәләмәт тормош алып барыу һәм төрлө быуын кешеләрен бер урынға йыйыу-Башҡортостан 24 телеканалы һәм “Динамо” спорт комплексы ойошторған сараның төп маҡсаты.

Майҙан тулы кеше булырына һәм, әлбиттә, байрамдың юғары кимәлдә үтеүенә беҙ һис шикһеҙ ышанабыҙ, ти Башҡортостан 24 каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев.Билдәле булыуынса, хәҙер Башҡортостан 24 телеканалын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡарай ала.  Сара барышын мотлаҡ камера ла төшөрәсәк. Фул Аш Ди форматында күрһәтелгән каналдан һеҙ ҙә үҙегеҙҙе күрә аласаҡһығыҙ.Бер көн эсендә бында меңгә яҡын кеше конькила шыуырға килә. Әле, күренеүенсә, әҙерлек эштәре бара. Сарала, әлбиттә, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнаша ала. Һәм был көндә инеү бушлай буласаҡ.25 ғинуарҙа “Динамо” спорт комплексында үтәсәк сара сәғәт биштә башлана. Үҙегеҙ менән күтәренке кәйеф алып килеү һорала.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020