Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә „Хәтер китабы„ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровҡа атаһының яҙмышын асыҡлау өсөн күп йылдар дауамында архивтарҙа ултырырға тура килә. Һуғышҡа киткән атаһының ҡайҙа ерләнгәнен таба алмай тамам аптырағас, Әнүәр Закир улы эҙәрмәндәргә мөрәжәғәт итә.Асыҡланыуынса, Баймаҡтағы балалар йортонда тәрбиәләнгәндә буласаҡ тарихсының фамилияһын Әсфәндиәров тип үҙгәртәләр.

Тап ошо сәбәпле Әнүәр ағайға күп йылдар дауамында атаһының ерләнгән урынын асыҡлау буйынса ныҡышмалы эш алып барырға тура килә. Тик эҙәрмәндәр ярҙамында ғына хәбәрһеҙ юғалған атаһының Өфөлә ерләнгән асыҡлай Әнүәр Закир улы. Баҡтиһәң, ул тик бер хәрефтә генә яңылышҡан булған. Тап фамилияны дөрөҫ яҙмағанлыҡтан әле лә илебеҙҙә меңдәрсә кеше туғандарын таба алмай ыҙалана, ти эҙәрмәндәр. Закир Әсмәндиәровтың ҡайҙа ерләнгәне  2013-сө йылда ғына билдәле була. Ғәйҙәни Яҡуп улы Гәрәев Благовар районынан һуғышҡа алына. Ул 1942 йылдар хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш тамамланғас ашҡынып көтөүҙәр, күҙ йәштәре… Һалдаттың Белоруссияла ерләнгәне асыҡланғас ҡына туғандарының күңеле тыныслана. Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яу яланында һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан йыя. Ҡайһы берҙә осраҡлы ғына  кешеләр ҙә мөһим мәғлүмәткә эйә булған материал табып бирә, ти улар.

Эҙрмәндәр отрядтары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан нәшер ителәсәк ХӘТЕР китабының 23-сө томын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Унда быға тиклем сыҡҡан китаптарҙағы барлыҡ исемдәр барланасаҡ, төҙәтмәләр индереләсәк һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында исемдәре Хәтер китабына инмәй ҡалған йәиһә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исеме, һәләк булған һәм ерләнгән урыны асыҡланып өҫтәлмә мәғлүмәттәр индереләсәк, ти Илдар Бикбаев. Хәтер китабының һуңғы томы 20 йыл элек нәшер ителгән. Ошо арауыҡ эсендә мәғлүмәт алыу сығанаҡтары киңәйә, бик күп хәбәрһеҙ юғалғандар табыла, шуға ла 23-сө том яңыртылып баҫыласаҡ. Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлау, туғандарын табыу буйынса ҙур эш алып бара. ….. тамашасыларға ла мөрәжәғәт итә… кемдә фронттан ниндәй ҙә булһа хәтер һаҡланған икән, уны республиканың эҙәрмәндәр отрядына килтерә алаһығыҙ….

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика