Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең өсөн ҙур һынау, тип зарлана 69 йәшлек Евгения Митрофановна. Өлкән инәйҙең йөрәк сире менән ауырыу сәбәпле хәле тиҙ бөтә, шуға ла ул ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап хәл алырға мәжбүр.  Евгения Цуркова үҙ бүлмәһенең ишеген асып кереүҙе ике йыл буйы көттө. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең телекомпания ханымдың ауыр хәлгә тарыуы тураһында һөйләп үткәйне. 2017- се йылда Евгения Митрофановнаның өйөндә янғын сығып, көлгә әйләнде.

Чиновниктар маневр фондынан торлаҡ бүлеү урынына, пенсионерҙы ташландыҡ мәктәптең математика бүлмәһенә урынлаштырғайны. Һөҙөмтәлә, урындағы прокурор был мәсьәләне контролгә алды.Махсус тикшереүҙәрҙән һуң, урындағы хакимиәт Евгения Митрофановнаны ташландыҡ мәктәптән дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә күсергән. Ниһайәт, йәшәү урыны булды тип ҡыуаныр ине пенсионер, әммә бында уңайлы шарттар булмай сыға. Бүлмә буйлап электр сымдарының эшләмәүе — төп проблемаларҙың береһе. Бында бешеренеү өсөн электр плитәһе, хатта телевизор бар. Тик был техникаларҙы утҡа тоташтырыу урыны юҡ, тип зарлана ханым.Ҡыҙғанысҡа, Евгения Митрофановнаның башҡа ерҙә лә бешеренеү мөмкинлеге юҡ. 

Аш-һыу бүлмәһен кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлау урыны тип тә әйтергә мөмкин. Бында бешеренеү өсөн ҡорамалдар бар, әммә улар электр сымдарына тоташтырылмаған. Дөйөм ятаҡта йәшәүселәр был бүлмәне йыуылған кейем-һалымдарҙы киптереү һәм кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлау өсөн ҡуллана.Бынан тыш, бүлмәләге тәҙрә ватыҡ, йыуыныу бүлмәһендә махсус һыу һиптергес, ә коридорҙа иһә иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-янғын һүндереү ҡорамалдары юҡ. Был етешһеҙлектәрҙе хәл итеүҙәрен һорап, пенсионер йәнә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.  Электр сымдарын көнөндә үк эшләргә вәғәҙә иттеләр. Әйткәндәй, дөйөм ятаҡтағы бүлмә Евгения Митрофановнаға ваҡытлыса ғына  йәшәргә бирелгән.Евгения Митрофановнаға ярҙам итерлек туғандары юҡ. Әле пенсионерға район хакимиәтенән бүленгән торлаҡта көн күрергә тура килә. Әммә ни өсөн район хакимиәте бындай етешһеҙлектәрҙе ваҡытында уҡ юҡ итмәгән? Пенсионерҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләр табылырмы? Был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика