Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары дарыу һатыу хоҡуғын ҡайтара. Ташлыкүл фельдшер-акушер пункты ете ауылда йәшәгән 900-гә яҡын кешенең сәләмәтлеге һағында. 1998 йылдан мөдир вазифаһындағы Гүзәл Ғәбитова шәфҡәт туташы, фельдшер, йыйыштырыусы, урам һепереүсе бурыстарын бер күтәренкелектә башҡара.

Өс йыл элек водитель танытмаһы алып, хәҙер үҙ машинаһында хәрәкәте сикле сирлеләрҙең хәлен өйҙәренә барып белешә.  Фельдшерҙың эш ваҡыты сәғәт тә, юл арауығы менән дә сикләнмәй. Йылына дүрт тапҡыр һәр ауылда өй береһен  әйләнеп сығыу ҙа мотлаҡ йөкләмә.  Айына бер тапҡыр ауыл фельдшер-акушер пунктында район дауаханаһынан килгән участка терапевты ҡабул итә. Ошонда уҡ диспансеризация үтергә, анализдар тапшырырға, үҙәк дауахана белгестәренә юллама алырға мөмкин.  Ташлыкүлдәге фельдшер-акушер пункты ауыл медицинаһы нөктәләренә өлгө булырлыҡ. Йылы, яҡты, һыуүткәргес, юғары тиҙлектәге Интернет тоташҡан. Халыҡ был уңайлыҡтар өсөн данлыҡлы ауылдашына рәхмәтле. Медицина ҡорамалдары иһә һаулыҡ һаҡлау министрлығы талабына яуап бирә.Заманса фельдшер-акушер пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Бында һулыш тергеҙеү өсөн реанимация ҡапсығы, шәкәр, холестерин кимәлен үлсәү приборҙары, күсмә дефибрилятор, ЭКГ аппараты бар. Электр менән йылытыусы юрғанды ҡулланырға тура килһә, яһалма һулыш аппаратын әлегә тотонғаныбыҙ юҡ, ти фельдшерҙар. Ауыл халҡының теләге һәм ФАПтарға рәхсәт ителгән яңы шарттар буйынса яҡын арала дарыуҙар һатыуҙы ла башларға ниәтләйҙәр Ташлыкүлдә. Дарыухана эшмәкәрлеге буйынса белгес бар.  Ауырғазы районында бөгөнгә барыһы 41 фельдшер-акушер пункты эшләй. Бынан тыш төпкөл ауылдарҙа тәү ярҙам күрһәтеүсе йорт хужалыҡтар бар. Уларҙа киҫкен хәлгә тарыған кешеләргә ирекмәндәр тәүге ярҙам күрһәтеп артабан табипҡа оҙатыуҙы ойоштора.

Медицина кадрҙарына килгәндә, районда уларҙы йәлеп итеү һәм ҡыҙыҡһындыдырыу өсөн дәүләт ярҙамының танылған саралары күрелә. Талбазынан 45 саҡрымда урынлашҡан Нуғаҙаҡ ауыл фельдшер-акушер пунктында ярты йыл элек кадрҙар ҡытлығы юҡ ителгән. Ильвина Көҫәпҡолова ошо район ҡыҙы. Салауат медицина колледжында һөнәр алып тыуған яғына ҡайтҡан. Тормош иптәше, ике йәшлек улы менән юллама буйынса Нуғаҙаҡҡа килгән. Хәҙер “Земский фельдшер” программаһына ярашлы 500 мең һумлыҡ грант эйәһе. Һәм ауыл халҡы өсөн йәш, алсаҡ, иғтибарлы белгес.

2019 йылда Башҡортостанда 30-ҙан ашыу фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Быйыл йәнә 90 ФАП төҙөү йәиһә тергеҙеү көтөлә. Республикала эшләгән ике меңгә яҡын ауыл медицина нөктәһенең өс йөҙҙән ашыуын тулыһынса яңыртыу талап ителә. ФАПтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, заманса йыһаздар һәм белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе 2024 йылға тиклем хәл ителәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика