Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып, үҙенең 82 йәшен билдәләгән Альбина Исхаҡоваға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Ботинкаларын бәйләүҙе бер кемгә лә йөкмәтмәй, Альбина Исхаҡова конькиҙарын үҙе тырышып кейә. Эргәһендә әхирәте дәртләндереп тора. “Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионына студенттар уңайынан байрам ойоштора икәнен белеп ҡалғас, ул, һис шикһеҙ, бында килергә  ҡарар иткән. Студент саҡтары 60 йыл элек булһа ла, күңелем менән һәр саҡ йәшмен, ти инәй. Альбина Исхаҡова саңғыла шыуыу, волейбол, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрен үҙ иткән. Заманында спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан һәм СССР чемпионы булған. Конькиҙа ла йөрөргә ярата ул. Күптәнге хыялы – тыуған көнөн һырғалаҡта үткәреү теләге, ниһәйәт, “Башҡортостан 24” каналы менән бергә тормошҡа ашты. 82 йәшен тултырған инәй, шаяртып, миңә 28 генә әле, ти. Тыуған көнө уңайынан Альбина Хажим ҡыҙына ойоштороусылар бүләк тапшырҙы. Байрамға килеүселәр ҙә уны алҡыштарға күмде һәм иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әхирәте Рәйсә Сөләймән ҡыҙы менән байрамса — милли кейемдә килеүҙәре сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Байрамға килгән студенттар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сараның бағыусылары “Динамо” спорт комплексы, ММА үҙәге, КФС, Скай макс кибете әҙерләгән сертификаттарҙы конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, алып барыусыларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарғандарға тапшырылды. Ә биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудовтың автограф ҡуйып открыткалар таратыуы һәм уның менән фотоға төшөү һәр кемдең күңеленә хуш килде.Студенттар көнөнә арналған байрамды һырғалаҡта үткәреү осраҡлы түгел. Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу – төп маҡсаттарҙың береһе, ти “Башҡортостан 24” каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре бергәләп был акцияны күтәреп сыҡты. Хәбәрселәр, алып барыусылар, операторҙар – барыһы ла был көндө эш урындарын ҡалдырып, конькиҙарын кейеп, халыҡ менән бергә күңел асты.Байрамда ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тағы ла ҙур бүләк әҙерләне — кесеһе лә, өлкәне лә яратҡан мультиинструменталист Зәйнетдиндың сығышы.Шулай итеп, сараға килеүселәр конькиҙа йөрөп кенә ҡалманы, яратҡан артистарының сығыштарын ҡарап, диджей Фәтих ҡуйған дәртле көйҙәргә бейеп тә ҡыуанды.Тәүге тапҡыр конькиға баҫҡандар ҙа булды. Уларға стадиондың инструкторҙары ярҙамға килде. Өҫтән ҡар яуап торһа ла, “Динамо” стадионына халыҡ ағылды ла ағылды. 20 мең квадрат метрлыҡ майҙанда алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Яҡшы кәйеф, сәләмәт тормошҡа һөйөү һәм “Башҡортостан 24” каналы тиҫтәләрсә кешене берләштерҙе. Ошондай саралар артабан да үткәрелеп торасаҡ. “Башҡортостан 24” каналы менән бергә булайыҡ

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика