Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде

Сәнәғәт тауарҙары һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса үткән йылда Башҡортостан ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән, был динамиканы киләсәктә нығытыу мөһим. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров беҙ тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ынтылырға тейеш, тип белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева дауам итә. 2018 йыл менән сағыштырғанда сәнәғәттә етештереү индексы 0,8, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 1,8 процентҡа юғары. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү индексы иһә үткән йылдағынан 2,6  процентҡа өҫтөн. Хөкүмәт ағзаларының Европа илдәренә эш сәфәренән һуң республитканың аграр тармағында быйыл да һөҙөмтәле үҙгәрештәр көтөлә. Башҡортостанда йәнә бер ыңғай тәжрибә – балаларҙы саф һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү буйынса күләмле программа бойомға ашырыла. Радий Хәбиров республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса дәүләт комитетының эшенә юғары баһа бирҙе. Төбәктә бөгөн саф һөт ризыҡтары менән 7202 бала тәьмин ителә.

“Һөт кухнялары” Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Белорет ҡалаларында асыҡ. Быйыл ошондай уҡ цех Сибайҙа асыласаҡ. 84 нөктәлә һөт ризыҡтарын таратыу ойошторолған. Өфө районында предприятие ауылдарға һөт ризыҡтарын автолавка ярҙамында тарата. Республика башлығы Башҡортостанда етештерелгән һөт ризыҡтары менән мәктәп һәм балалар баҡсаларын да тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Һөт кухняһын иһә республиканың Төнъяҡ-көнсығыш райондарында ла асыу мөмкинлеген күрергә тәҡдим итте. Башҡортостандың туризм төбәге булараҡ танылыуында ла былтырғы менән сағыштырғанда алға китеш күҙәтелә. Декабрь аҙағы –ғинуар башында тау саңғыһы үҙәктәрендә туристар һаны икеләтә артҡан. Өфө халҡы һәм башҡала ҡунаҡтарынан 50 меңдән ашыу кеше  TERRA ZIMA күп көнлөк фестивалендә ҡатнашҡан. Ҡышҡы күңел асыу сараларын һауа гиҙеүселәрҙең икенсе халыҡ-ара фестивале дауам итте. Самрауҙа Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән тиҫтәләгән аэронавт Урал тауҙары аша артылды. Оператив кәңәшмәлә республика төбәктәре араһында

иғлан ителгән “Иң күркәм яңы йыл ҡаласығы” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Баһалау комиссияһы боҙ һындарға ғына түгел, ҡала-ауыл майҙансыҡтарын биҙәү, йорт-урамдарҙы байрамса яҡтыртыу һәм йәштәр араһында сәләмәт тормош ҡанундарын таратыу эшмәкәрлеген дә иҫәпкә алған. Еңеүсе ҡалалар исемлегендә Туймазы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө булһа, райондар араһында Ҡариҙел, Тәтешле, Илеш алдынғы. Муниципалитеттар беренсе урын өсөн 500, икенсе урынға 200, өсөнсөгә 150 мең һумлыҡ премияға лайыҡ. Аҡсаны улар биләмә төҙөкләндереүгә йүнәлтә ала.

Радий Хәбиров ҡала-райондар етәкселегенә ойошҡанлыҡ менән башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдереп киләһе йылда еңеүселәргә тәғәйен премия күләмен күпкә арттырырға тәҡдим итте. Ә бына торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы теркәлгән 485 йортта иҫәп приборҙары эшенә бәйле 66, күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса 98 тәртип боҙоу осрағын асыҡланған. Радий Хәбиров был хәлде йома һайын үткән видеоселектор кәңәшмәһе күҙәтеүенә алырға ҡушты.

2020 йылдың 1 июленән автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыла. Ҡағиҙәне үтәмәгәндәргә штраф һалынасаҡ. Беренсе тапҡыр 30 мең һум, ҡабаттан тәртип боҙған саҡта бер миллионға тиклем. Радий Хәбиров пассажир ташыусыларҙы был хаҡта көнэлгәре иҫкәртергә саҡырҙы. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе бедереүенсә, профилактика ыңғай һөҙөмтә бирә. Йәмәғәт транспорты бурысын үтәгән йүнселдәр юл хаҡына түләүҙең берҙәм республика системаһына ҡушыла. Әлегә бер миллиард һумдан артыҡ суммаға 52 миллион 600 мең транзакция теркәлгән, уның 24 проценты “Алға” картаһы ярҙамында. Республика башлығы оператив кәңәшмәлә янғын иҫкәртеү приборҙары менән тәьмин ителеүсе ғаиләләр исемлеген киңәйтеү мөмкинлегенә иғтибар итте. Был сара бәлки Ишембай районы Ғүмәр ауылындағы кеүек бәхетһеҙ осраҡтарға сик ҡуйыр ине. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика