Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып, үҙенең 82 йәшен билдәләгән Альбина Исхаҡоваға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Ботинкаларын бәйләүҙе бер кемгә лә йөкмәтмәй, Альбина Исхаҡова конькиҙарын үҙе тырышып кейә. Эргәһендә әхирәте дәртләндереп тора.

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионына студенттар уңайынан байрам ойоштора икәнен белеп ҡалғас, ул, һис шикһеҙ, бында килергә  ҡарар иткән. Студент саҡтары 60 йыл элек булһа ла, күңелем менән һәр саҡ йәшмен, ти инәй. Альбина Исхаҡова саңғыла шыуыу, волейбол, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрен үҙ иткән. Заманында спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан һәм СССР чемпионы булған. Конькиҙа ла йөрөргә ярата ул. Күптәнге хыялы – тыуған көнөн һырғалаҡта үткәреү теләге, ниһәйәт, “Башҡортостан 24” каналы менән бергә тормошҡа ашты. 82 йәшен тултырған инәй, шаяртып, миңә 28 генә әле, ти. Тыуған көнө уңайынан Альбина Хажим ҡыҙына ойоштороусылар бүләк тапшырҙы. Байрамға килеүселәр ҙә уны алҡыштарға күмде һәм иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әхирәте Рәйсә Сөләймән ҡыҙы менән байрамса — милли кейемдә килеүҙәре сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.

Байрамға килгән студенттар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сараның бағыусылары “Динамо” спорт комплексы, ММА үҙәге, КФС, Скай макс кибете әҙерләгән сертификаттарҙы конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, алып барыусыларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарғандарға тапшырылды. Ә биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудовтың автограф ҡуйып открыткалар таратыуы һәм уның менән фотоға төшөү һәр кемдең күңеленә хуш килде.Студенттар көнөнә арналған байрамды һырғалаҡта үткәреү осраҡлы түгел.

Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу – төп маҡсаттарҙың береһе, ти “Башҡортостан 24” каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре бергәләп был акцияны күтәреп сыҡты. Хәбәрселәр, алып барыусылар, операторҙар – барыһы ла был көндө эш урындарын ҡалдырып, конькиҙарын кейеп, халыҡ менән бергә күңел асты.Байрамда ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тағы ла ҙур бүләк әҙерләне — кесеһе лә, өлкәне лә яратҡан мультиинструменталист Зәйнетдиндың сығышы.Шулай итеп, сараға килеүселәр конькиҙа йөрөп кенә ҡалманы, яратҡан артистарының сығыштарын ҡарап, диджей Фәтих ҡуйған дәртле көйҙәргә бейеп тә ҡыуанды.

Тәүге тапҡыр конькиға баҫҡандар ҙа булды. Уларға стадиондың инструкторҙары ярҙамға килде. Өҫтән ҡар яуап торһа ла, “Динамо” стадионына халыҡ ағылды ла ағылды. 20 мең квадрат метрлыҡ майҙанда алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Яҡшы кәйеф, сәләмәт тормошҡа һөйөү һәм “Башҡортостан 24” каналы тиҫтәләрсә кешене берләштерҙе. Ошондай саралар артабан да үткәрелеп торасаҡ. “Башҡортостан 24” каналы менән бергә булайыҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Яндекс.Метрика