Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан сираттағы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Әлегә нисә кешенең ялын туҡтатып Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүе тураһында билдәле түгел. Уларҙың барыһы ла аэропортта ентекләп тикшереләсәк. Тән температураһы күтәрелгән осраҡта дауаханаға һалынасаҡ. Короновирус хаҡында нимә белергә кәрәк, хафаланырға урын бармы? Сяу Кан Ҡытайҙың Далян ҡалаһында йашай. Ошо көндәрҙә ул эш буйынса Башҡортостанға осорға тейеш булған. Әммә илендә ҡоторған  короновирус сәбәпле  сәфәрен туҡтатып торорға мәжбүр. Ҡытайҙа барлыҡҡа килеп,  тиҙ арала бөтә донъяға таралған сир  һәр кемде борсоға һала. 

Короновирустың билдәләре тәү ҡарашҡа ябай кеүек, әммә вирус тиҙ арала кешенең тын юлдарын һәм үпкәһен зарарлай.  Инкубация осоро ун дүрт көнгәсә етә. Ҡытай һәм Азия илдәренән ялдан ҡайтусыларға һаулыҡтарына уяу булырға  кәңәш итә,  белгестәр. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡытайҙа короновирус арҡаһында кәм тигәндә  130 кеше һәләк булған. 6 меңдән ашыуында вирус барлығы асыҡланған, улар араһында балалар ҙа бар. Шуныһы мөһим — сирҙе  йоҡторсыларҙың  һикһән процентҡа яҡыны – алтмыш йәште уҙған.

Белгестәрҙең раҫлауынса, хәүеф аҫтында башлыса имунитеты ҡаҡшаған  кешеләр. Башҡа бик күп илдәрҙеге кеүек үк Өфө аэропортында ла санитар күҙәтеү көсәйтелә. Ҡытай һәм Азия илдәренән самолет менән ҡайтыусылар тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтә. Ҡытайҙа ял итеүсе  бөтә туристар ҙа республикаға кире оҙатыла.

 Бөгөн Өфө аэрапортына  Санья Ҡалахынан һуңғы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Хафаланырға урын юҡ, ти белгестәр. Башҡортостанға был вирусты үткәрмәҫ өсөн бөтә санитар-эпидимиологик  ҡәғиҙәләр ҙә етнтекле үтәләсәк.  Илгә короновирусты индеүҙе иҫкәртеү маҡсатында Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға  тәҡдим итте. Туристик компания етәксеһе Гөлниса Аҡбашева билдәләүенсә, Ростуризмдың  тәҡдиме буйынса юлдар ябылған. Кемдәр  алдан путевкалар алған, уларға аҡсаһы кире ҡайтарыла,  йә иһә  башҡа йүнәлештәге сәйәхәттәргә  билеттарҙы алмаштырыу мөмкинлеге бирелә. Ә бына Ҡытайға эш буйынса осоп йөрөүселәргә юлдар асыҡ.  Әммә уларға ла сәфәрҙән тыйылып торорға кәңәш итәләр.

Ҡытайҙан сыҡҡан вирус тағы ла ун ике ил граждандарында  асыҡланған.  Улар барыһы ла Ухань ҡалахынан  сәйәхәттән ҡайтҡан. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса,  был кешеләрҙән башҡаларға йоғоу осраҡтары теркәлмәгән. Бер  миллиард  дүрт йөҙ мең халыҡ йәшәгән Ҡытай өсөн  был эпидемия үтә лә күләмле түгел. Ябай грипп  һәм ҡыҙылса сиренән кеше йышыраҡ һәләк була, тип тынысландыра  белгестәр. Ҡытай халҡы иһә ҡурҡыуға бирелмәй, санитар-эпидимиология  талаптарын, ябай һаҡланыу саралын теүәл үтәргә тырыша.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика