Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе логопед үҙ ҡулдары менән уникаль ҡурсаҡтар яһай

Әйтерһең дә тере ҡурсаҡтар! Улар интерьер өсөн генә тәғәйенләнһә лә, һәр ҡайһыһы тере һымаҡ — берәүһе йылмайып ултырһа, икенсеһенең йөҙөнән күҙ йәштәре тәгәрәй. Өҫтәүенә, бер образ да ҡабатланмай. Динаның ҡулында пластик киҫәктәре яйлап ҡына матур һындарға әүерелә. Әлеге мәлдә ул ҡурсаҡтың ҡулын эшләй. Һәр һырына, йыйырсығына тиклем төшөрөп ҡуя — кеше ҡулынан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Бының сере оҫталыҡта ғына түгел, ә тейешле белем кимәле булыуҙа.

Ҡурсаҡтарҙың ҡулдары бер сәғәт эсендә яһалһа, башын һәм битен әүәләүгә 4-5 сәғәт тирәһе китә. Әле шымартылған баштан рыцарь, йәки Англиялағы лорд килеп сығыр, тип өмөтләнә оҫта. Дина 18-19 сы быуаттарҙа Европала булған романтизм осорон үҙ итә. Был ҡыҙыҡһыныуы уның эштәрендә лә сағыла.

Ҡурсаҡтарҙың прототиптары – Динаның яратҡан кинофильмдарының геройҙары, интернетта тап булған фотоһүрәттәргә ҡарап та эшләй ала. Тик күңелемә ятҡанса үҙгәртәм: берәүҙең күҙе, икенсеһенең танауы, өсөнсөһөнөң ирене оҡшай икән, шуларҙан бер дөйөм образ тыуҙырам, ти оҫта. Әммә уларҙың береһе лә ҡабатланмай.

Ҡурсаҡтарҙың сәстәре ангора кәзәһенең йөнөнән эшләнә. Әммә башына йәбештергәнсе, оҫта сәс буяҙары менән уларҙы төрлө төҫкә индерә. Ҡурсаҡтарҙың хатта кейемдәрен дә Дина үҙе тегә. Образға тулыһынса тура килһен өсөн уға тарихты ла ныҡлап өйрәнергә тура килә. Тыуҙырылған образдар хужаһының кәйеф менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Мәҫәлән, илаған ҡурсаҡты эшләү минең күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырғанды аңлатмай, ти Дина. Шулай ҙа, оҫта әйтеүенсә, тап ошо образдар аша күңелдәге кисерештәрҙе, уйҙарҙы, ғөмүмән, теләгән нәмәне сағылдырырға була. Сөнки һәр ҡурсаҡтың үҙенең йөҙө, холоҡ-фиғеле, хатта исеме лә бар.

Дина һөнәре буйынса логопед. Эшенән буш ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Интернет киңлектәрендә ошондай ҡурсаҡтарҙы күреп ҡалғандан был эшкә ҡыҙыҡһыныу һуң уянған. Яҡынса өс йыл эсендә 50-нән ашыу образдар барлыҡҡа килгән. Хәҙер инде улар донъя буйлап таралып, төрлө ғаиләләрҙең йорттарын йәмләп ултыра.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика