Яңы закон проекттары

Башҡортостан йылъяҙмаһында яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә, күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бирелә һәм балиғ булмағандарға “снюс” һатыусыларға штраф һалына. Тәмәке тартыуға алмашҡа тәҡдим ителгән һура- йә сәйнәй торған никотинлы ҡатнашмаларҙы балаларға һатыуҙы тыйырға Республика прокуратураһы тәҡдим итә.

Тәмәке тартыуға оҡшатып яһалған тәмәкеһеҙ изделиеларҙы балиғ йәшенә етмәгәндәргә һатыу федераль кимәлдә тыйылған. Был туралағы Закондағы исемлеккә депутаттар һура, сәйнәй һәм еҫкәй торған ҡатнашмаларҙы индереүҙе күҙ уңында тота. Балалар ғына түгел ололарҙың да сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырған йәнә бер тиҙ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә – эйәһеҙ эттәрҙе зарарһыҙландырыу. Республикала уларҙың иҫәбен алып барыу мөмкинлеге сикле, ә тотолғандарын приютта аҫырау өсөн бюджеттан 63 миллион һум аҡса йәлеп ителә. 

Урындағы үҙидара органдарына ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереп депутаттар хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү талаптарын Рәсәй ҡануниәтенә яраҡлаштыра. Республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы Законға үҙгәрештәр иһә күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы урынына аҡса биреү менән бәйле. Шәхси йорт төҙөүгә ер биләмәһе алырға хоҡуғы булған ғаиләләр үҙ ризалығы менән хәҙер 250 мең һум аҡса алала.  Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында календарҙа Башҡортостандың шанлы тарихын сағылдырған яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа киләсәк

. Республика парламенты 13 ноябрҙе 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы көнө, тип билдәләне. 17-се пленар ултырыштың көн тәртибендә өс тиҫтәнән ашыу мәсьәлә тикшерелде. Депутаттар парламенттың көҙгө сессия осорондағы эшмәкәрлеге хаҡында һәм республиканың Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһында белдереүҙәрҙе тыңланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

12 августа 2020
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

12 августа 2020
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

12 августа 2020
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

12 августа 2020
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

11 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

11 августа 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

11 августа 2020