Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын  штурман Альбановҡа бүленәсәк. Кем һуң ул Валериан Альбанов? Уны Өфө менән нимә бәйләй. Арктиканы яулаусы штурман Валериан Альбанов Өфөлә тыуғып үҫкән. Уның батырлығы, фән өсөн асыштары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе курсанттар мауығып тыңлай. Волга йылға транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында 2015 йылдан музей эшләй. Билдәле штурмандың тормошонан артефакттар бында юҡ, әммә яҙмыштарын диңгеҙ флоты менән бәйләргә теләүселәр өсөн легендар штурман хаҡында бөтә сығанаҡтар ҙа мөһим.

Бында Альбановтар ғаиләһенең нәҫел ағасы ла тергеҙелгән. Карелиндың «Ике капитан» романы ла бында юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Әҫәрҙә тап «Изге Анна» корабле штурманы Альбановтың хәтирәләренә таянып  1912 йылдағы тарихи ваҡиға сағылдырыла. Ошо уҡ филиалда Башҡортостан хәрби моряктары тарихына бағышланған музей ойошторолған. Уның мөдире, өлкән мичман Ринат Иҡсанов әйтеүенсә ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү тәү нәүбәттә йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән мөһим.  Ниһәйәт, Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын Арктиканы өйрәнеүсе, яҙыусы Валериан Альбановҡа биреләсәк.

Уның ҡайҙа тыуғаны һәм ҡайҙа үлгәнлеге хаҡында оҙаҡ йылдар мәғлүмәт булмай. Әммә билдәле  полярниктың яҙмышын 40 йыл дауамында өйрәнгән яҙыусы Михаил Чванов Альбановтың метрикаһына юлыға. Ул Өфөлә тыуған һәм атаһы үлгәс ағаһының тәрбиәһендә үҫә. Өфөлә ир-егеттәрҙең беренсе гимназияһында уҡыған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Музей асылыу ҙа Михаил Чвановтың тырышлығы арҡаһында. Валереан Альбановтың исемен яңынан халыҡ хәтеренә ҡайтарыу йәһәтенән беҙҙең канал журналистары ла ҙур эш башҡарҙы. Михаил Чвановтың «Изге Анна судноһының һәләкәте» китабына таянып документаль фильм төшөрөп тамашасы ҡарамағына сығарҙы. Бының өсөн улар Альбанов исемен йөрөткән нефть ташыу танкерында Арктика буйлап, ҡасандыр «Изге Анна» судноһы юлланған маршруттың бер өлөшөн үтте.

Фильмды төшөрөүҙә һәм музей асылыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашеваның да өлөшө ҙур. Валериан Альбанов йәшәгән йорт Аксаков урамында урынлашҡан. Крайҙы өйрәнеүселәр һәм инициатив төркөм тап ошо йортта музей урынлашырға тейеш, тип һанай. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында диңгеҙселәргә арналған мәҙәни урын әлегә башҡа урында. Поляр экспедицияларҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арналған музей Свердлов урамындағы 88-се йортта урынлашасаҡ. Билдәле булыуынса, 19-сы быуат аҙағында был йортта сауҙагәрҙәр, бер туған Соловьевтар йәшәгән. Ике йыл элек йорт реставрацияланған. Музей билдәле полярник Валериан Альбанов исемен йөрөтәсәк һәм ул үҙ ишектәрен быйыл уҡ асыр тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

6 часов 16 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

6 часов 17 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

6 часов 17 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

6 часов 18 минут назад
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

6 часов 22 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020