Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.Башҡортостан авариялар һаны буйынса йәнә рекорд ҡуя. Республикала юл – транспорт фажиғәләре ҡорбандары һаны былтыр ярты мең кешегә яҡынлашҡан. Радий Фәрит улы был күренеште  ғәҙәттән тыш хәлгә тиңләй. Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү. Республика өсөн был мәсьәлә стратегик булып ҡала.

Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа, Стәрлетамаҡ менән Бөрөлә ҡатмарлы. Һыу селтәрҙәрен яңыртыу исемлегендә ун обьект бар. Бар өмөт “Таҙа һыу” пгораммаһына. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән проект өсөн бүленгән 4  миллиард һум хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип көтөлә. Сафҡа тапшырыласаҡ объекттарҙың береһе – Стәрлетамаҡта. Бында тәүлегенә 60  мең кубометр һыу таҙартыусы ҡоролмаға нигеҙ һалынырға тейеш. Башҡортостан “Ауылды үҫтереү” федераль программаһы ярҙамына ла өмөт итә ала. Әле илдең ауыл хужалығы министрлығы бюджетында бүленмәгән 17 миллиард һум аҡса бар. Республика башлығы үҙәк менән әүҙем эшләргә саҡыра. Сөнки, һыу хәҙер тәбиғи газдан да ҡиммәтерәккә әйләнә бара.

Радий Фәрит улы Туймазы менән Хәйбулла райондарына ярҙам итергә бойора. Исемлектә Борай ҙа бар. Республикала ауылдарға ярҙам итеү бының менән генә тамамланмай. 2024-се йылға тиклем төп урамдарға 534 саҡрым оҙонлоҡта асфальт ҡатламы түшәлергә тейеш. Быйыл иһә 110 саҡрым самаһы урамдар тәртипкә килтереләсәк. Әйткәндәй, ауыл урамдарындағы бер саҡрым юлға асфальт түшәү өсөн уртаса 8 — 12 миллион һум кәрәк. Башҡортостан нефть, машиналар, заманса техника өлкәһенә генә түгел, ә еңел сәнәғәт тармағын да үҫтереү яғында. Республика 2024-се йылға тиклем был өлкәгә миллиард ярым һум бүлергә әҙер.

Инвесторҙар ҙа, яңы проект та, программалар һөҙөмтәһен бирергә тейеш. Башҡортостандағы йәнә лә бер үҙгәрештәр цифраға, йәғни,һанлы технологияға бәйле. Был юлы үҙгәрештәр ветеринария өлкәһенә ҡағыла. Республикала малдар ауырыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлгәне юҡ түгел. Миҫалдарҙың береһе – Туймазылағы бешмә  сире. Цифралы технология хәҙер ветеринария өлкәһе генә түгел,ә тотош республика тормошона индерелергә тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был ҙур һәм етди эш. Шуға күрә, киләһе аҙнанан республика йортонда “Цифралы сәғәт” кәңәшмәләре уҙғарыла. 

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә туҡталып Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. Республика донъя кимәлендәге сара – фольклориаданы лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнә. Ҡунаҡтар республиканан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтырға тейеш.  Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары урынлаштырылған ерҙәр айырым иғтибарға алына. Бының үҙ сәбәбе лә бар. Райондар ошо маҡсаттан бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы тейешенсә ҡулланмаған.Хәҙер муниципалитеттарҙы ентекле тикшереү көтә. Республика етәксеһе контроль органдарға бүленгән аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы асыҡларға ҡушты.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

6 часов 41 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

6 часов 42 минуты назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

6 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

6 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

6 часов 47 минут назад
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020