Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара. Табиплыҡ шөғөлөнән тыш, байтаҡ студенттарҙы хирургия серҙәренә өйрәтә. 2002 йыл. Өфө хирургтары ашығыс операцияға Миәкә үҙәк район дауаханаһына самолетта осто. Был ҡатмарлы операцияны Мәжит Нартайлаков әлегә тиклем яҡшы хәтерлә

й.Йәшерәк ваҡытта республиканың арҡырыһын буйына йөрөп сыҡтым, ти хирург. Мәжит Нартайлаковтың  буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ашығыс, йәғни, пландан тыш операциялар, университетта студенттар алдында лекциялар, фәнни-практик конференцияларҙа сығыш — Һәр сәғәт планлаштырылған.Мәжит Нартайлаҡов Башҡортостанда бауырҙы уңышлы күсереп ултыртыусы иң беренсе хирургтарҙың береһе. Бауыр транспланталогияһы буйынса   25 йыл элек уның етәкселегендә хирургия гепатологияһы республика үҙәге асылған.

Профессорҙың һәр иртәһе  буласаҡ хирургтарға яңы һайлаған һөнәр серҙәрен асыуҙан башлана. Дөйөм хирургия кафедраһында 3-сө курс студенттары ҡул аҫты материалдары менән медицина ҡорамалдарын ҡулланырға өйрәнә. Хирург өсөн һәр минут ҡәҙерле. Мәжит Нартайлаков студенттарын операция бүлмәһенә алып китә.  Иң мөһим мотлаҡ процедуралаҙың береһе – ҡулдарҙы ағым һыу аҫтында һабын менән йыуыу,  шунан ғына медицина белгесе операция өҫтәленә йүнәлә. Һәр операция үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы, тип билдәләй хирург.Бер юлы операция яһау, шул уҡ ваҡытта студенттарға ла тулы мәғлүмәт биреү – профессор өсөн ҡәҙимге күренеш.

Ысынлап та, операция оҙаҡ барҙы. Унан һуң сираттағы пациент операция өҫтәлендә урын алды. Пациенттар Мәжит Нартайлаҡовты алтын ҡуллы хирург, тип билдәләй. Николай Батурин йәшәү менән үлем араһында булғанда, Мәжит Әхмәт улы етәкселегендә уға бауыр күсереп ултыртыла, ҡәҙимге операция республикала 2-се тапҡыр башҡарыла, хәҙер Николай Батурин  Мәжит Нартайлаков күҙәтеүе аҫтында йыл һайын дауалана. Алтын скальпель иһә Башҡортостандың иң яҡшы хирургтары һәм уның командаһына бирелә, Мәжит Нартайлаҡов был бүләккә 3 тапҡыр лайыҡ була.

  Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаков табиплыҡ шөғөлөнән тыш, фәнни күҙәтеүҙәр һәм тикшереүҙәр башҡара. Дөйөм хирургия һәм дауалау алымдары, транспланталогия, бауыр һәм үт юлдары хаҡында китаптар баҫтыра.Мәжит Нартайлаҡов Ырымбур өлкәһенең Ғабдрафиҡ ауылында тыуып үҫә.

1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм ҡулына диплом алғас та әлегә тиклем хирург һөнәренә тоғро ҡала. Хирург эше тәүлек әйләнәһенә дауам итеүе ихтимал, ул дежурстволар, ашығыс операцияға төнгө сменаға саҡырыу, шулай уҡ пациенттарҙы йылы һуҙ менән йыуатыу. Ҡатмарлы эштә яҡындарың ғына аңлап терәк-таяныс булғанда уңыштарға өлгәшергә мөмкин.   Билдәле хирург Мәжит Нартайлаҡов быйыл 60 йәшен билдәләй. Уның иң мөһим уңыштары – уға рәхмәтле һау-сәләмәт пациенттар һәм уның хеҙмәтен дауам итеүсе тиҫтәләгән йәш хирургтар. 

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика