Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан тикшерергә? Кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Йәш әсә Гөлшат Вәлиева үҙенең  хатта кешегә лә әйтә алмаҫлыҡ сир менән ауырыуы тураһында көтмәгәндә белеп ҡала. Медицина мәғлүмәттәре буйынса, ул йәнәһе лә табипҡа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп, оҙайлы ғына ваҡыт дауаланған. Әммә, ханым билдәләүенсә, икенсе сабыйға әсә булғас, ул шәхсән үҙенең һорауҙары менән бер ниндәй ҙә медицина учреждениеһына бармаған.Медицина картаһына ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәттәрҙе Артур Ҡотлоғужин да абайлап ҡала. Электрон карта аша күренеүенсә, ул да бер нисә табипта булған. Әлбиттә, ялған мәғлүмәттәр буйынса, Артур тейешле дауаланыу ала.

Тик, йәнәһе лә, табиптарға нервы системаһы буйынса мөрәжәғәт иткән тигән мәғлүмәт бер кемде лә ҡыуандырмаҫ ине.Ниндәй ҙә булһа сир менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү тураһында мәғлүмәтте  һәр кем “Дәүләт хеҙмәте” белешмә-мәғлүмәт интернет-порталынан таба ала. Бында ауырыу ғына түгел, хатта ҡасан һәм нисә һумға дауаланыу тураһында ла мәғлүмәт бар. Ялған ауырыу яҙылғанын тапҡан осраҡта, медицина страховкалау территориаль фонды сайтына инеп ялыу яҙып ҡалдырырға мөмкин.

Өҫтәүенә, һәр кем шул уҡ фондҡа шылтыратып, ялған яҙыу тураһында белгертә ала. Кәрәкле мәғлүмәт алынғас, ғариза ҡабул ителә, һуңынан страховкалау компанияһына ебәрелә. Пациент картаһына яҙылған ялған ауырыу буйынса поликлиникала тикшереү эштәре башлана. Былтыр медицина страховкалау территориаль фонды яҡынса мең ярым ғариза ҡабул иткән.Кешенең медицина картаһында, ысынлап та, ялған ауырыуҙар яҙылғаны иҫбатланған осраҡта, аҡса страховкалау компанияһына ҡайтарыла, ә дауахана штраф түләргә тейеш.

2019 йылда ғына республиканың медицина учреждениеларына бер миллион ярым һумдан ашыу штраф һалынған.Белгестәр билдәләүенсә, медицина учреждениеһы табиптары ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙарҙы талап ителгән планды тултырыу өсөн яҙа. Күпселек осраҡта ялған ауырыуҙар пенсияға сыҡҡан һәм интернетты ҡулланмаған оло йәштәгеләрҙә осрай. Ә бит ниндәй ҙә булһа кешенең медицина картаһына өҫтәп яҙылған сир уның тормошон ҡырҡа боҙоуы ихтимал. Шуға ла медицина карталарын тикшереп тороу зарур. 

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика