Һыйыр һауыусы роботтар

30 йылға алдан хәстәрләп. Әбйәлил районында роботтар һыйыр һауа. Малға аҙыҡ һалыу, тиҙәктән таҙартыу эше лә робот иңендә. Ҡурала таналар бәйһеҙ аҫырала, һәүкәштәр теләгәндә ашай, эсә, ял итә. Һауыу урынына ла теләгән ваҡытта инә, унда инде үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөт һауып алына, бында робот хатта һөттөң составы тураһында мәғлүмәт бирә.  Быға тиклем үҫемселек менән шөғөлләнгән «Красная Башкирия» хужалығы 5 йыл элек малсылыҡҡа иғтибарын йүнәлткән. Алдынғы кооперативтың хәҙер 3 фермаһы бар. Әммә, һуңғыһы иң замансаһы, бындай аҙбар Башҡортостанда юҡ. Донъяла Дания һыйырҙары иң яҡшылары тип иҫәпләнә. Шуға күрә, хужалыҡ уҙған йылда яңы комплекс өсөн сит илдән голштин тоҡомло таналар һатып алған. Улар яңыраҡ быҙаулай башлаған. Әлегә һыйырҙарҙы 6 робот һауа, әммә, был һан 12-гә еткереләсәк. Аҙбарҙа башҡа төр роботтар ҙа эшләй.

Роботтар хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға ярҙам итәсәк. Әлегә тәүлегенә 12 тонна һөт һауылһа, был һан 40 тоннаға еткереләсәк. Малсылыҡ комплексы иң сифатлы ризыҡ та бирәсәк. Предприятие һөт заводтарына ике партия продукция оҙатҡан һәм унда юғары сортлы икәнен раҫлағандар. Тимәк, бындай һөттән кескәйҙәр өсөн махсус аҙыҡ етештерергә лә мөмкин. Сит ил алымдарын йыш өйрәнгән хужалыҡ етәкселеге ыңғай тәжрибәне үҙендә ҡулланырға ҡарар иткән.  Һамар фермаһы биләмәһендә ҙур ике база ҡалҡып сыҡҡан, бында башҡаларынан айырмалы һәүкәштәр тәүлегенә 3-5 тапҡыр һауыла. Предприятиела тик юғары белемле йәштәр эшләй. Киләсәктә роботтар аҙбарында 6 кеше генә ҡаласаҡ. Сөнки, башҡа белгестәргә ихтыяж юҡ. Был иһә хеҙмәт хаҡын 80 мең һумға еткерергә мөмкинлек бирә. Малсылыҡ комплексы тулы ҡеүәттә эшләй башлаһа инвестиция күләме 400 миллион һумдан ашып китәсәк. Был сумманы кооператив 5-7 йыл эсендә кире ҡайтарырға иҫәп тота.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика