Нимә ул социаль контракт?

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла короновирусҡа бәйле борсоулы хәлгә туҡталып, контролде көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ.  Республикала “башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр индерелә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығына бәйле проектта ҡатнашыусыларға уңайлы шарттар тыҙырыла. Тәү сиратта, ул көнәркәшлек сәйәсәтен камиллаштырыуға бәйле. Был хаҡта Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмәлә айырым билдәләнде. Башҡарылған эштәргә хәҙер айырым ойошмалар, муниципаль берәмектәр комиссиялары ғына түгел, ә ошо төркөмгә ингән торлаҡ хужалары ла баһа бирәсәк.

Тағы бер яңылыҡ, ҡулланылған материалдарҙы республика ойошмалары етештерергә тейеш.   Быйыл Башҡортостанда барлығы 390 ихата яңыртыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, мәҫәлән, айырым райондарға бүленгән суммалар менән риза түгел. Борай менән Бөрйәнгә ни бары икешәр миллион һум ғына аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостан башлығы ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә тап урындағы етештереүселәр тауарҙарына өҫтөнлөк бирергә саҡыра. Халыҡ тормошо сифатын яҡшыртыу ихаталарға ғына бәйле түгел. Социаль контракт системаһы ла “башҡорт ихаталары” программаһы кеүек тәүге һынау уҙа. Биш йыл эсендә республикала 6 меңгә яҡын кеше ошондай килешеү төҙөгән. Документҡа ярашлы, 5 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 280 миллион һум аҡса күсерелгән. Был суммаға шәхси хужалыҡтар мал һатып алып, туҡланыуын яҡшыртҡан. Тик һөҙөмтәләр ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Социаль контракт менән халыҡ таныш булырға тейеш. Радий Хәбиров был мәсьәләне айырым күҙәтеүгә алырға  бойорҙо. Башҡортостан район-ҡалаларында халыҡтың социаль йәшәү кимәле туранан-тура уның именлегенә бәйле. Был йәһәттән муниципаль берәмектәргә эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнеш кәрәк. Маҡсат айырым райондарҙа бөтөнләй тормошҡа ашырылмай. Урындағы ҡаҙналар уртаҡ программаларҙы бойомға ашырыу өсөн бер тин дә бүлмәгән.Халыҡ дружинасылары һаны кәмеүе лә, йәмәғәт именлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Республиканың тәртип һаҡлау системаһы алдында торған бурыстарҙы бер көндә генә хәл итеп булмай. 

Халыҡ именлегенең йәнә лә бер нигеҙе – уның сәләмәтлеге. Был мәсьәлә һуңғы көндәрҙә айырым иғтибарҙа. Уның сәбәбе лә билдәле – Ҡытай короновирусы. Республикала әле грипп эпидемияһы режимында йәшәһә лә, ауырыуҙан һәләк булыусылар юҡ. Табиптар әйтеүенсә, сир тәү сиратта балаларҙы аяҡтан йыға. Тын юлдары сирҙәре арҡаһында бер аҙнала 640 кешене дауаханға һалғандар. Инфекция арҡаһында Өфө менән Нефтекаманың бөтә мәктәптәре карантинға ябылған. Башҡортостанға әле грипптың А һәм Б төрҙәре үтеп ингән. Ҡыуандырған шул, Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән. Килеп тыуған хәлгә иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, сир һәм инфекция йәмғиәттә ҡурҡыу тыуҙырырға тейеш түгел. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар, халыҡ – ара ҡатын ҡыҙҙар көндәрен үткәреүгә лә етди ҡараш талап итә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика